1 марттан Өфө мәктәптәрендә хәүефһеҙлекте ҡораллы һаҡсылар тәьмин итәсәк Баш ҡаланың вице-мэры Дмитрий Черенков хәбәр итеүенсә, һүҙ беренсе һәм икенсе категория уҡыу йорттары тураһында бара. Муниципалитет хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Азамат Батыршин әйтеүенсә, 2025 йылда Өфө мәктәптәре янында ете контроль-үткәреү пункттары урынлаштырылған. “Өфөләге бөтә 127 мәктәптә лә лә ҡапҡасыҡтар магнит асҡысы менән бикләнә”, - тине ул. Фото: социаль селтәрҙән. Р. Кәлимуллин. Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!