Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә 25-26 февралдә Силәбе губернаторы Алексей Текслер рәйеслегендә өлкә делегацияһы булды. Рәсми сәфәр барышында ике төбәк вәкилдәре төрлө тармаҡ, көнүҙәк бурыстар, заманса башланғыстар буйынса фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү маҡсатында килешеүҙәр төҙөнө. Тәүге көндә Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән бергә Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусын ҡараны. Силәбе өлкәһе Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Сергей Зюсь Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең фирма магазинында булды. Уны республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Максим Ульчев менән “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина яңы магазиндың эшмәкәрлеге, продукцияһы менән таныштырҙы. Быйыл нәшриәттә “Силәбе башҡорттарының рухи донъяһы” тигән китап сығасаҡ. Уны күрше өлкә халҡы ла алыу мөмкинлегенә эйә: “Китап”тың Силәбелә өс магазины эшләй. Максим Ульче