Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Ҡыҙҙары—донъялары биҙәге

Республикала йыл да «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы ойошторола. Башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән ғаиләләрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында ойошторолған бәйгенең төбәк этабында Сибай ҡалаһынан бер нисә ғаилә ҡатнашты. Шулар араһында Ләйсән һәм Данил Шәриповтырҙың күп балалы ғаиләһе «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында еңеүсе булып танылды. Тап улар 1 мартта—Башҡорт ғаиләһе көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙасаҡ финалда ҡалабыҙ намыҫын яҡлаясаҡ. 2026 йыл—Ҙур һәм татыу ғаилә йылы -Конкурста ҡатнашырға ҡыҙҙарыбыҙ Әминә һәм Дәриә йөрөгән «Алтынай» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре тәҡдим итте. Беҙ баш тартманыҡ, киреһенсә, дәртләнеп, сәмләнеп, конкурс шарттарын үтәргә тотондоҡ,--ти уңған хужабикә Ләйсән Фәнис ҡыҙы. Шәриповтар 2011 йылда өйләнешә. Сибай институтында психолог һөнәрен үҙләштергән ҡыҙ яҡшы уҡыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге өсөн Талҡаҫ күле буйына ял менән бүләкләнә. Данил иһә унда иптәштәре м

Республикала йыл да «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» асыҡ республика конкурсы ойошторола. Башҡорт халҡының бай мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән ғаиләләрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү маҡсатында ойошторолған бәйгенең төбәк этабында Сибай ҡалаһынан бер нисә ғаилә ҡатнашты. Шулар араһында Ләйсән һәм Данил Шәриповтырҙың күп балалы ғаиләһе «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре» номинацияһында еңеүсе булып танылды. Тап улар 1 мартта—Башҡорт ғаиләһе көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙасаҡ финалда ҡалабыҙ намыҫын яҡлаясаҡ.

2026 йыл—Ҙур һәм татыу ғаилә йылы

-Конкурста ҡатнашырға ҡыҙҙарыбыҙ Әминә һәм Дәриә йөрөгән «Алтынай» балалар баҡсаһы тәрбиәселәре тәҡдим итте. Беҙ баш тартманыҡ, киреһенсә, дәртләнеп, сәмләнеп, конкурс шарттарын үтәргә тотондоҡ,--ти уңған хужабикә Ләйсән Фәнис ҡыҙы.

Шәриповтар 2011 йылда өйләнешә. Сибай институтында психолог һөнәрен үҙләштергән ҡыҙ яҡшы уҡыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлеге өсөн Талҡаҫ күле буйына ял менән бүләкләнә. Данил иһә унда иптәштәре менән һыу инергә бара. Йәштәр шунда таныша һәм бер-береһенә ғашиҡ була.

Данил Йәүҙәт улы ла Сибай институтының технология факультетын тамамлаған. Әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһының икмәк бешереү селтәрендә администратор булып эшләй. Башта йәштәр Себер тарафтарында йәшәй. Ғаиләләренә йәм өҫтәп Мәликәләре тыуғас, йәштәр Алтын ҡасабаһына ҡайтып төпләнә. Әлеге ваҡытта өлкән ҡыҙҙары Иҫке Сибай мәктәбендә башланғыс класта уҡый. Шул уҡ ваҡытта музыка мәктәбендә бейеү менән шөғөлләнә. Һеңлеләре 6 йәшлек Әминә менән 3 йәш тулып килгән Дәриәне лә ҡараша. Әсәйҙәре ҡыҙҙарын үҙ өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша: аш-һыу әҙерләү серҙәренә төшөндөрә, бәйләргә, тегергә, йырларға, бейергә өйрәтә. Ғаилә башлығы иһә ҡыҙҙарына, ҡатынына яҡшы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн тырыша. Шәжәрә төҙөү менән ныҡлы ҡыҙыҡһына. Уның тамырҙары Алдар батырға барып тоташһа, Ләйсән Фәнис ҡыҙының вариҫтары—атаҡлы Ғабдулла Сәиди нәҫеле.

-Иҫке Сибай мәктәбендә писхолог булып эшләп, декретҡа сыҡҡан ҡатыным бала бағып өйҙә ултырһа ла, ваҡытының бер минутын да бушҡа үткәрмәй. Төрлө яҡлап үҫешер өсөн төрлө психолог тренингтар үтә, социаль селтәрҙә әүҙем, блог алып бара, бейеүгә йөрөй, ҡыҙҙарыбыҙ менән шөғөлләнә, тәмле-татлы итеп милли ризыҡтар бешерә--ти Данил Йәүҙәт улы, хәләл ефетен маҡтап.

Балаларын халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, бай йолаларына таянып тәрбиәләгән ғаилә республикабыҙ, илебеҙ етәкселегенә рәхмәтле. Ипотекаға торлаҡ алғанда йәш ғаилә булараҡ юллаған дәүләт ярҙамын тәүге иғәнә итеп ҡулланалар. Икенсе ҡыҙҙары тыуғас, әсәлек капиталын алалар. Өсөнсө сабыйҙары иһә ипотекаларының бер өлөшөн яба. Донъялары биҙәге булған ҡыҙҙарын атә-әсәһе наҙға төрөп, яратып, бәпләп кенә үҫтерә.

Гөлдәр Ҡадаева.

фото Шәриповтарҙың шәхси архивынан