! Календарь буйынса яҙ етһә лә, тәбиғәт үҙенсә ҡылана: республикала йә буран, йә ҡаты һыуыҡтар булып тора. «Башгидромет» синоптиктары яҡын көндәргә ентекле фараз бирҙе. 📉 🌡 10 март: Республикаға һыуыҡтар килә. Төнөн һауа температураһы урыны менән -33 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ термометр бағанаһы -18, урыны менән -23 градус күрһәтәсәк. Ел төньяҡ-көнбайыштан, яуым-төшөм көтөлмәй. 🌬 11 март: Һауа торошо ҡырҡа үҙгәрәсәк! -33 градустан 0 градусҡа тиклем йылыта. Ҡар яуыуы ихтимал. Синоптиктар киҫәтә: буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә. 🚗 Юлдарҙа бик һаҡ булығыҙ! Алыҫ сәфәрҙәрҙе кисектереп тороуығыҙ хәйерле. Яҡындарығыҙҙы киҫәтергә онотмағыҙ!