Һеҙгә: «Хызыр-Ильяс юлдаш булһын», – тип әйткәндәре бармы? Эйе, күптәр шулай тип теләй юлға сыҡҡанда. «Фатиха» сүрәһен уҡығас, гел, Хызыр-Ильяс юлдаш булһын, тип өҫтәп ҡуялар. Ҡайһы бер кешеләр уның ярҙамына ышанып, хатта доға уҡый икән. Әммә был дөрөҫ түгел. Мосолмандар Аллаһы Тәғәләгә генә инана, уның берлегенә ышанып, доғалар уҡый, уның ғына ярҙам итеренә өмөт итә ала. Ә Хызыр-Ильяс тигән кеше бөтөнләй булмаған да икән, төрки халыҡтар уйлап сығарған образ ғына ул. Ысынлап та, төрлө риүәйәттәрҙә Хызыр-Ильяс йыш телгә алына. Халыҡ уны үлемһеҙ һәм һаман да беҙҙең арала йәшәй, ҡайһы бер кешеләргә ярҙам итә, икенселәренә һабаҡ бирә, тип уйлай. Башҡорттарҙа ул аҡ кейемле, оҙон йәшел елән кейгән бабай итеп күҙаллана. Ә ысынында иһә Хызыр һәм Ильяс – икеһе ике кеше һәм бик борон замандарҙа йәшәгәндәр. Улар тураһында айырым-айырым Ҡөрьәндә лә телгә алына. Икеһе лә мосолман булған, кешеләрҙе дингә әйҙәгән. Улар тураһында һаман да бәхәстәр бара, ҡайһы бер ғалимдар, мәңгелек һыуын эскәндәр ҙә ә