Ирем менән егерме йылдан ашыу йәшәйбеҙ. Улыбыҙ һәм ҡыҙыбыҙ үҫеп етте, икеһе лә ситтә уҡый. Был ваҡытта арабыҙҙа төрлөһө булды. Йәш саҡтағылай мөхәббәт тә юҡ кеүек, әрләшеп-талашып та йәшәмәйбеҙ. Битарафлыҡ тиһәм дә арттырыу кеүек, сөнки ваҡыт-ваҡыты менән йылы хистәр ҙә бар кеүек ине. Һуңғы бер ике йылда уның нығыраҡ һыуынғанын һиҙә кеүек инем, тик иғтибар итмәҫкә тырыштым, ғәҙәттәгесә йәшәүҙе дауам иттем. Ләкин 8 март байрамы алдынан булған хәл шаңҡытты. Ирем ҙур предприятиела, күпселекте ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил иткән бүлектә эшләй, ул унда етәксе. 15 ҡатынға биш ир-ат. Бер бүлектә эшләмәһәк тә, мин ошо уҡ предприятиеның икенсе филиалында. Эштә осрашмаһаҡ та, социаль селтәрҙәр, төркөмдәр уртаҡ. Ялдар алдынан һәр бүлектең нисек итеп хеҙмәттәштәрен ҡотлағанын һалдылар. Иң “шәптәре” минең ир эшләгән бүлек булып сыҡты. Улар әҙ булһалар ҙа, бик яҡшы бүләк алғандар, һәр береһенә 15 ләлә сәскәһенән торған гөлләмә. Шулай уҡ ҡиммәтле кейтерингҡа заказ биреп, мул өҫтәл ҡорғандар. Хатта билдәле йырс