❓ Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм, һаулығы насар булыу сәбәпле ураҙа тота алмаған кешеләр нисә һум түләргә тейеш? ❗ Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһ! Әгәр кеше ураҙа тота алмаҫлыҡ берәй сир менән даими (йүнәлмәҫлек итеп) ауырый икән йә бүтән берәй сәбәп менән ураҙа тотмаҫҡа ғөҙөрө бар икән (мәҫәлән, ныҡ хәлһеҙ, ти, һәм саҡ ҡына ла ашамай йөрөһә, үлемесле хәлгә етә икән, ти, һәм башҡаһы), ул Рамаҙан ураҙаһы өсөн фидйә (урыҫса – искупление) түләй. Фидйәнең миҡдары: ураҙа тотмаған һәр бер көн өсөн бер мохтажды бер көнлөк ризыҡ менән тәьмин итеү. Тимәк, бер ай ураҙа тота алмаған кеше 29 йә 30 мохтажды бер көнлөк ризыҡ менән бүләкләргә тейеш (Рамаҙан айы төрлө йылдарҙа төрлөсә килә – йә 29, йә 30 көн). Йә иһә бер мохтажды 30 көн дауамында ризыҡ менән тәьмин итә (бөтә фидйәне бер кешегә тотона), йә ике мохтажды – 15-әр көнлөк ризыҡ менән һәм башҡа, фидйәһен нисә кешегә һәм нисек бүлергә һәр кем үҙе хәл итә. Фидйәне Рамаҙан айы етмәҫ борон да (әгәр кеше үҙенең ураҙа тота алмаҫын алдан