Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыусылар, колледж студенттары, сит ил студенттары һәм предприятиелар вәкилдәре өсөн VI Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар үтте. – Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар – спорт байрамы һәм студенттар араһында милләт-ара дуҫлыҡты нығытыу ысулы ғына түгел, ул -рәсми булмаған шарттарҙа партнер компаниялар вәкилдәре менән аралашыу, мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, юғары уҡыу йортон тамамлаусы студенттарҙы эшкә урынлаштырыуҙың яңы формаларын уйлап табыу мөмкинлеге, – тип билдәләне Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин. Тәүге өс ярыш барышында мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары классик саңғы дистанцияһын үтте. Ангола, Ҡытай, Мысыр, Ҡаҙағстан, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙән ӨДНТУ һәм БДМУ-ның сит ил студенттары ҡатнашлығында һауа тултырылған саңғыла команда йүгереүе бик ҡыҙыҡлы тамаша булды. Мысыр йыйылма командаһы дүртенсе йүгереүҙә, “Снэма-сервис” компанияһының әйҙәүсе инженеры Альберт Ғилмийәровтың финишҡа ҙур арауыҡ менән алдан килеүе һөҙөмтәһендә, лидерлыҡҡа