"Һаумыһығыҙ. Тормош иптәшем - махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Әҙеһәмов Айнур Камил улына арналған шиғыр юлдарын баҫтырып сығара алмаҫһығыҙмы икән?" - тип яҙған Илүзә Әҙеһәмова.
Йөрәгемдең сәскәһе...
Йәмле йәйҙең бер көнөндә,
Бәғерем, танышҡайныҡ.
Күктәр ҡушыуы буйынса
Беҙ бергә ҡауышҡайныҡ.
Яҙмыш үҙе, Аллаһ үҙе
Беҙҙе пар яралтҡайны.
Ысын күңел, саф йөрәктән
Мин һине яратҡайным.
Ауырлыҡтар, кеше һүҙе
Һине һис ҡурҡытманы.
Ауырлыҡтар, һынауҙар
Һине һис туҡтатманы.
Аҡыллы ла, матур ҙа,
Батыр йөрәкле инең.
Тап өлгөһө инең, йәнем,
Ирмен тигән ирҙәрҙең.
Минең өсөн йәрем булһаң,
Атай булдың балаларға.
Ҡабул иттең, яраттың,
Тырыштың һин аңларға.
Тик, ҡәҙерлем, ниңә генә
Яҙмыш беҙҙе айырҙы?
Бәхет илендә осҡан
Ҡанаттарҙы ҡайырҙы?
Хәбәрһеҙ юғалғас, йәнем,
Өмөтөмдө өҙмәнем.
Биш ай буйы көттөм һине,
Көттөм шул, төңөлмәнем...
Өмөтөмдө өҙөп бер көн
Үлем хәбәрең килде.
Йөрәгемде семтеп алып,
Бәғерҙәремде телде.
Бер йыл ваҡыт үтеп бара
Һинһеҙ йәшәүҙәремә.
Йә, Хоҙайым