Республика Башлығы Радий Хәбиров, Хөүмәттең сираттағы оператив кәңәшмәһе барышында тармаҡтағы хәлгә аңлатма биреп, был өлкәнең артабанғы үҫешенең мөһимлеген билдәләне: "Юл буйы инфраструктураһының яңы объекттары барлыҡҡа килә, ҡайҙалыр булғандары яңыртыла. Был – иҡтисадтың етди өлөшө. Бындай объекттар автотуризм өсөн яҡшы нигеҙ булып тора. Шул уҡ ваҡытта, артабан да эшләргә кәрәк”, - тине ул. Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров 2025 йылда юл буйы сервисын үҫтереү йомғаҡтары тураһында отчет менән сығыш яһаны. 2025 йылда 173 яңы объект файҙаланыуға тапшырылды (инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,38 млрд. һум тәшкил итте) һәм 174 объектҡа ҡарата модернизация үткәрелгән (инвестицияларҙың дөйөм күләме 398,73 млн һум). Бөгөнгә дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдары буйлап 2300-ҙән ашыу ғәмәлдәге юл буйы сервисы объекты урынлаштырылған. Әлеге ваҡытта республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында ете миллиард һум самаһы инвестиция күләме менән 7