: - Ир-аттыҡына ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙың иммунитеты көслөрәк. - Күп ҡатын-ҡыҙға серҙе һаҡлап тотоуы ҡыйын, имеш. “Йәшерен хәбәр”ҙе ишетеп, 47 сәғәт үтеүгә, уларҙың байтағы “сер итеп кенә” был хаҡта икенсе берәү менән бүлешә, ти. - Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла күп һөйләргә яратҡаны, яратмағаны була. Бына шул һөйләшергә яратҡандары тәүлек эсендә 20 меңгә яҡын һүҙ әйтә. - Ҡатын-ҡыҙҙың байтағы ир-егеттең йөҙ матурлығына түгел, ә иң тәүҙә буй һомғоллоғона, кәүҙә төҙөлөшөнә, бөхтәлегенә иғтибар итә. - Эмоциональ яҡтан да нәфис заттар “ҡыҙыуыраҡ” тип һанала. Ни өсөн тиһәң, ошо рәүешле улар стрестан ҡотола икән. -Ҡатын-ҡыҙҙар кем өсөн матурлана һуң? Әлбиттә, ир-егет өсөн, тигән кеше тәрән яңылыша. Туташ-ханымдар иң беренсе үҙе, үҙенең баһаһын күтәрер өсөн тырыша, сөнки башҡа ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырғанда “артҡа ҡалғыһы” килмәй. Шуның өсөн дә ул көн дә биҙәнә-төҙәнә, матур кейем һайлап кейә.