🌷🌷🌷 Эй, ҡатын-ҡыҙ! Һин- тылсым эйәһе!. Һин әсәһең… Һин бер шаян ҡыҙ.. Илаһи бер нурҙан уратылған Серле бер йомғаҡ һин ҡатын-ҡыҙ.. Күпме ир-егеттәр бер һүҙеңдән Күңел үҫеп ҡабат терелгән, Ҡатын-ҡыҙға Аллаһ тарафынан Һөйөү ҡөҙрәттәре бирелгән.. Эй, ҡатын-ҡыҙ! Һиндә наҙлылыҡ та, Аҡыл, сабырлыҡ та етәрлек, Ҡатан-ҡыҙға тейгән сифаттарҙы Һүҙҙәр етмәҫ һанап бөтәрлек. Ҡатындар һәм ҡыҙҙар, апай, еңгә, Әсәйҙәр, мөләйем инәйҙәр, Бөгөнгө көн барлыҡ Ер йөҙөндә Һеҙгә изге теләк теләйҙәр. Ғаиләгеҙ иҫән-имен булһын, Усағығыҙ яҡты балҡыһын, Күңел ҡояшығыҙ тирә-яҡҡа Йомарт һибеп торһон йылыһын! Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә