Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы һәр ваҡыт ғаилә усағын һаҡлаусы, әсәлек һәм тыныслыҡ символы булған

Ҡаҡшамаҫ характеры, азатлыҡҡа ынтылышы һәм үҙ идеалдарын яҡлай белеүе менән дә айырылып торған. Халҡымдың гүзәл заты, ирҙәре менән бер рәттән, атын да йүгәнләгән, ҡулына ҡорал алып, яуға ла сапҡан. Шул уҡ ваҡытта нәфис, нескә булып ҡала ла белгән. Геройымды ла шундайҙар рәтенә индерер инем. Юҡ, ул “көсһөҙ” заттарҙан түгел. Киреһенсә, Гөлнара Зарипованы ҡышын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, яу сабыр башҡорт ҡатын-ҡыҙына, шулай уҡ иҡтисади, сәйәси һәм социаль тигеҙлек өсөн көрәшеп, 8 мартты Ҡатын-ҡыҙҙар көнө булараҡ билдәләй башлауыбыҙҙың башында торған Клара Цеткинға оҡшаттым. Холҡондағы ҡырыҫлыҡ, етдилек тә тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай икән, уның менән яҡынданыраҡ аралаша башлау менән юҡҡа сыға. Тик моңһоу, етди ҡараштар ғына эшенең үтә лә яуаплы булыуын һәм иң ҡәҙерле кешеһе - улы өсөн борсолоу тойғоһо һата. https://ural-rb.ru/articles/zamandash/2026-03-08/ary-landay-ul-terg-n-s-y-4604610

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы һәр ваҡыт ғаилә усағын һаҡлаусы, әсәлек һәм тыныслыҡ символы булған. Ҡаҡшамаҫ характеры, азатлыҡҡа ынтылышы һәм үҙ идеалдарын яҡлай белеүе менән дә айырылып торған. Халҡымдың гүзәл заты, ирҙәре менән бер рәттән, атын да йүгәнләгән, ҡулына ҡорал алып, яуға ла сапҡан. Шул уҡ ваҡытта нәфис, нескә булып ҡала ла белгән. Геройымды ла шундайҙар рәтенә индерер инем. Юҡ, ул “көсһөҙ” заттарҙан түгел. Киреһенсә, Гөлнара Зарипованы ҡышын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр, яу сабыр башҡорт ҡатын-ҡыҙына, шулай уҡ иҡтисади, сәйәси һәм социаль тигеҙлек өсөн көрәшеп, 8 мартты Ҡатын-ҡыҙҙар көнө булараҡ билдәләй башлауыбыҙҙың башында торған Клара Цеткинға оҡшаттым. Холҡондағы ҡырыҫлыҡ, етдилек тә тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай икән, уның менән яҡынданыраҡ аралаша башлау менән юҡҡа сыға. Тик моңһоу, етди ҡараштар ғына эшенең үтә лә яуаплы булыуын һәм иң ҡәҙерле кешеһе - улы өсөн борсолоу тойғоһо һата.

https://ural-rb.ru/articles/zamandash/2026-03-08/ary-landay-ul-terg-n-s-y-4604610