Нурия Дамир ҡыҙы Ғәбделмәнованы Әлшәй халҡы яҡшы белә. Ул – махсус хәрби оперцияла батырҙарса һәләк булған Айбулат Ғәбделмәновтың һөйөклө әсәһе. Ғәзиз балаһын юғалтыу ҡайғыһын Нурия Дамир ҡыҙы улдары яуҙа булған башҡа әсәләргә рухи терәк булыу арҡылы баҫа. Ғәзиздәре өсөн ут йотҡан әсәләр өсөн уның күңел ишектәре һәр саҡ асыҡ. Нурия Дамир ҡыҙы менән ғүмер юлдашы Миңнулла Миңлебай улы алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Малайҙарҙың өлкәне Айбулат бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Нурия Дамир ҡыҙының атаһы танкист булып, ә ағаһы һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә. Ул – әле лә хәрби хеҙмәттә, Мәскәүҙә йәшәй. Ватан һағындағы яҡындары тураһында белеп үҫкән үҫмер Айбулат үҙен дә илебеҙ мәнфәғәттәренә хеҙмәт иткән егет итеп күрә. 2020 йылда әрмегә китә, ә 2021 йылда хәрби хеҙмәттә ҡалырға контракт төҙөй. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған балаһы өсөн ата-әсәһе ғорурлыҡ кисерә. Махсус хәрби операция башланғас иһә, улдары өсөн хафаланыу бер минутҡа ла ташламай... Телефондан һөйләшкән һайын күҙ йәштәренә и