24 февралендә хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының өсөнсө модуле старт алыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Был юлы 70-кә яҡын ҡатнашыусы «Патриот» паркында осрашты. Модулдең төп темаһы – биләмәләрҙе үҫтереү, төбәк һәм муниципаль идара итеү мәсьәләләрен өйрәнеү. Программала ҡатнашыусыларға йөкмәткеле лекциялар, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар тәҡдим ителде. Мәҫәлән, РФ Финанс министрлығының Милли тикшеренеү финанс институты эксперты Н.М. Филиппова инициативалы бюджетлау проекттарын тормошҡа ашырыуҙың асылы, норматив тәьмин ителеше тураһында һөйләне. «БР Финцентр» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының Граждандарҙың башланғыстарын өйрәнеү үҙәге етәксеһе Регина Мөхәмәтйәнова-Дуггал тыңлаусыларҙы Башҡортостанда тормошҡа ашырылған инициативалы бюджетлау моделдәре, уларҙың үҫеш хронологияһы менән таныштырҙы. Лектор Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына, атап әйткәндә, программаның төп параметрҙарына һәм ҡатнашыу алгоритмына айырым иғтибар бирҙе. - Прогр