Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Призға – автомобиль!

Күгәрсен районы ветеринар станцияһы табибы Диана Викторова күптәнге хыялын тормошҡа ашырған – яңыраҡ ул Леонид Якубович алып барған “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында булып ҡайтҡан. “Күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым. Телетапшырыуҙың 25 йыллығына 25 йәшемдә игеҙәк ҡыҙҙарым донъяға килеүе тураһында хат яҙып һалғайным. Теүәл ун йылдан “Мөғжизәләр яланы”ның 35 йыллыҡ юбилейында ҡатнашырға тура килде”, - ти Диана Рабис ҡыҙы. Приз һайлау мөмкинлеге эләккән яҡташыбыҙ унан баш тартҡан. “Автомобиль отоу мөмкинлегем бар ине, тик мин тапшырыуға бүләк артынан түгел, яҡшы тәьҫораттар артынан барҙым”, – ти алып барыусы менән аралашыуҙан тик яҡшы тәьҫораттар алған ханым. Тапшырыуҙы шулай уҡ Мораҡ ауылынан Илүзә Ниғәмәтуллина етәкләгән “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеүе ансамбле сығышы биҙәгән. Яҡташыбыҙ донъяға ҡаһарман батырҙар биргән районы, Күгәрсен ауылының “Айыҡ ауыл” программаһында ҡатнашыуы хаҡында һөйләп, район хакимиәте башлығы бүләк итеп биргән башҡорт халҡының милли музыкаль ҡоралы – ҡурайҙы,
Оглавление
    Призға – автомобиль!
Призға – автомобиль!

Призға – автомобиль!

Күгәрсен районы ветеринар станцияһы табибы Диана Викторова күптәнге хыялын тормошҡа ашырған – яңыраҡ ул Леонид Якубович алып барған “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында булып ҡайтҡан.

Күгәрсен районы ветеринар станцияһы табибы Диана Викторова күптәнге хыялын тормошҡа ашырған – яңыраҡ ул Леонид Якубович алып барған “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуында булып ҡайтҡан.

“Күптәнге хыялымды тормошҡа ашырҙым. Телетапшырыуҙың 25 йыллығына 25 йәшемдә игеҙәк ҡыҙҙарым донъяға килеүе тураһында хат яҙып һалғайным. Теүәл ун йылдан “Мөғжизәләр яланы”ның 35 йыллыҡ юбилейында ҡатнашырға тура килде”, - ти Диана Рабис ҡыҙы.

Приз һайлау мөмкинлеге эләккән яҡташыбыҙ унан баш тартҡан. “Автомобиль отоу мөмкинлегем бар ине, тик мин тапшырыуға бүләк артынан түгел, яҡшы тәьҫораттар артынан барҙым”, – ти алып барыусы менән аралашыуҙан тик яҡшы тәьҫораттар алған ханым. Тапшырыуҙы шулай уҡ Мораҡ ауылынан Илүзә Ниғәмәтуллина етәкләгән “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеүе ансамбле сығышы биҙәгән. Яҡташыбыҙ донъяға ҡаһарман батырҙар биргән районы, Күгәрсен ауылының “Айыҡ ауыл” программаһында ҡатнашыуы хаҡында һөйләп, район хакимиәте башлығы бүләк итеп биргән башҡорт халҡының милли музыкаль ҡоралы – ҡурайҙы, умартасы, эшҡыуар яҡташтар Руслан Ғүмәров, Иван Лыщенко, Айҙар Исмәғилев, Инсаф Хәмиҙуллин биргән башҡорт балы, сәк-сәк һәм башҡа күстәнәстәрҙе тапшырған.

“Әллә һеҙҙең төбәктә эскелеккә бәйле һорауҙар бармы?” тигәнгә, ул проблема бар илдә булған хәлдә лә, республика Башлығы Радий Хәбиров быға бәйле мәсьәләне хәл итеү маҡсатында әүҙем эш алып бара, тип әйттем. “Мөғжизәләр яланы”ның 35 йыллыҡ юбилейына бәйле Башҡортостан, Ҡабарҙа-Балҡар, Белоруссия, Татарстан, Сыуашстан, Яҡутстан, Ингушетия, Мари Иле республикаларынан, Иваново өлкәһенән килгән һәр кемдең дә әйтер һүҙе күп булғандыр. Дүрт сәғәт төшөрөлгән тапшырыуҙың күп урынын киҫеп ташлағандар”, - ти Диана Викторова.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!