Башҡортостанда пилотһыҙ ғәскәрҙәргә ирекмәндәр йыйыу дауам итә. Илгә БПЛА операторҙары ғына түгел, юғары технологиялы дрондарҙы хеҙмәтләндерәсәк кешеләр ҙә кәрәк. Контрактҡа ҡул ҡуйырға һәм яңы хәрби подразделениелар сафын тулыландырырға теләүселәр өсөн Өфөлә уҡытыу ойошторолған. Компьютер уйындары менән мауығыу йәки геймер тәжрибәһе бында өҫтөнлөк тип ҡарала. Ә инде авиамодель йәки граждан дрондары менән идара итә белеүселәр булһа, бындай белгескә тәү сиратта өҫтөнлөк биреләсәк. Әммә дәғүәсенең махсус күнекмәләре булмаһа ла, теләге булһа, уны өйрәтергә әҙерҙәр.
- Яңылыҡтарҙа яңы ғәскәр төрөнөң барлыҡҡа килеүен күрҙем һәм Өфөгә барып, белергә булдым, - тип уртаҡлашты Дмитрий.
Дмитрий "Черемушки" шифаханаһы базаһында урынлашҡан "Защитник" үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Контрактҡа ҡул ҡуйғандан һуң бында кандидаттар уҡырға китә. Программа бөтә төр дрондарҙы осороуҙы, ҡорамалдарҙы көйләүҙе, прошивкалауҙы һәм ентекле ремонтлауҙы, инженерлыҡ әҙерлеген һәм боеприпастар менән эшләүҙе