Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Рәмил Туйсиндың халыҡ йырын, ҡурай моңон яратыуы бала саҡтан килә

Ошо моңға ул ғүмер буйы ғашиҡ һәм тоғро. Әрмелә хеҙмәт иткәндә лә яйын табып, ҡурай эшләп уйнай ул: "Унды бөткәс тә әрме хеҙмәтенә алдылар. Өс йыл Төньяҡ флотында һыу аҫты кәмәләре гарнизонында хеҙмәт иттем. Латвияның Лиепая ҡалаһында учебкала саҡта оркестрҙа уйнаным, һуңынан утрауҙағы гарнизонға килгәс, музыка ситкә күсте, матрос хеҙмәте беренсе урынға сыҡты. Учебкала саҡта һыу аҫты кәмәһенең юғары баҫымға тәғәйенләнгән май үткәргес торбаһын ҡырҡып алып, ҡурай эшләп уйнап йөрөнөм. Был да ана шул тарихты белеүҙән килә: китаптарға яҙылмаһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Сарбаевтарҙың күктән бәреп төшөрөлгән немец самолеттарының еҙ көпшәһенән ҡурай эшләп уйнап йөрөгәндәрен ишетеп беләбеҙ бит, үҙемсә шул тарихты ҡабатланым" *Р. Туйсиндың "Тамаша" журналындағы әңгәмәһенән.

Рәмил Туйсиндың халыҡ йырын, ҡурай моңон яратыуы бала саҡтан килә. Ошо моңға ул ғүмер буйы ғашиҡ һәм тоғро. Әрмелә хеҙмәт иткәндә лә яйын табып, ҡурай эшләп уйнай ул:

"Унды бөткәс тә әрме хеҙмәтенә алдылар. Өс йыл Төньяҡ флотында һыу аҫты кәмәләре гарнизонында хеҙмәт иттем. Латвияның Лиепая ҡалаһында учебкала саҡта оркестрҙа уйнаным, һуңынан утрауҙағы гарнизонға килгәс, музыка ситкә күсте, матрос хеҙмәте беренсе урынға сыҡты. Учебкала саҡта һыу аҫты кәмәһенең юғары баҫымға тәғәйенләнгән май үткәргес торбаһын ҡырҡып алып, ҡурай эшләп уйнап йөрөнөм. Был да ана шул тарихты белеүҙән килә: китаптарға яҙылмаһа ла, Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Сарбаевтарҙың күктән бәреп төшөрөлгән немец самолеттарының еҙ көпшәһенән ҡурай эшләп уйнап йөрөгәндәрен ишетеп беләбеҙ бит, үҙемсә шул тарихты ҡабатланым"

*Р. Туйсиндың "Тамаша" журналындағы әңгәмәһенән.