Махсус хәрби операциялағы бер яугирҙең һөйләгәндәрен тәҡдим итәбеҙ. ...2023 йылдың март айы. Госпиталдәмен. Рамаҙан айы яҡынлаша. Яҙмышым тураһында төрлө уйҙарға бирелеп, ниндәй генә хәлдә лә, ураҙа тотормон, тип ниәт иткәнмен: Аллаһ Тәғәлә минән риза ғына булһын, балаларымды, яҡындарымды һаҡлаһын... Госпиталдән сығыуымдың икенсе көнөнә Рамаҙан айы башланды. Таңдан окоп ҡаҙабыҙ. Яҙғы туң балсыҡлы ер. Күп тә үтмәй, хәлем бөтә барғанын тоям. Янымда өҙлөкһөҙ хәбәр һөйләп, яңғыратып көлөп эшләп йөрөгән шаян урыҫ егете ҡапыл туҡтап ҡалып, етди төҫ ала. Йәһәтләп һыу алып килә. “Миңә ярамай бит, туған. Ураҙа”, – тип йылмайып, ярҙамын кире ҡағам. Иптәшем нимә эшләргә белмәй аптырап ҡала ла, йәшен тиҙлегендә ҡырҡа ҡарарға килә: “Тимәк, бөгөндән мин дә ураҙала!” Бергәләп күтәрһәң, һәр һынау еңелерәк. Ихлас урыҫ егете, һүҙен тотоп, беҙҙең менән ҡуша (батальонда ике мосолман ураҙа тотҡайныҡ) дини ғәмәлде үтәп, оло ихтыяр көсөн күрһәтте. Уға ҡарап, гүйә, дәрт-дарманыбыҙ артты, минең иһә һыҙланыуҙар