#Баймаҡ_энциклопедияһы Бөгөн профессор, биология фәндәре докторы Мазһаров Илдус Риза улы тыуған көн. Илдус Риза улы 1954 йылдың 23 февралендә Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында тыуған. 1981 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң "Сибай" совхозында эшләй, 1982 йылдан "Башзооветснаб" ДУП-да, 1989 йылдан директор булып эшләй. 2002 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында уҡыта, 2003 йылда кафедра мөдире, бер үк ваҡытта (2002-2012йй.) ветеринар медицинаһы буйынса Урал дәүләт академияһының Сибай филиалында белем бирә. 60 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 1 монография авторы.