Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
"Урал" гәзите

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Сермән мәктәбе спортзалында мини-футбол буйынса турнир үтте

Спорт сараһы уҡытыусы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары Рәзим Сафин иҫтәлегенә бағышланды. Яугирҙың тормош иптәше Айгөл Сафина спортсыларҙы сәләмләп, турнирҙы ойоштороусылар - ауыл хакимиәтенә, Сермән мәктәбенә һәм футболсыларға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. - Рәзим Рәшит улы үҙе лә спортты яратты, шуға был сараны ғаиләбеҙ менән йылда көтөп алабыҙ. Быйылғы турнир Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уҙғарылыуы икеләтә мәртәбәле, - тине ул. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған ярышта барлығы биш команда ҡатнашты. Уйын ҡыҙыу барҙы, әле бер команда, әле икенсеһе ҡапҡаға туп индереп торҙо.  Шулай итеп, көсөргәнешле ярышта лайыҡлы I урынды яугирҙың туғандары яулаһа, II урынға Сермәндең "Толпар", III урынға студенттар командалары сыҡты. "Ямантау" командаһы һәм мәктәп уҡыусылары IV, V урындарҙы биләне. Ярыштың бағыусылары булған Сафиндар ғаиләһе командаларға, ярыштың иң яҡшы спортсыларына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Сермән мәктәбе спортзалында мини-футбол буйынса турнир үтте. Спорт сараһы уҡытыусы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары Рәзим Сафин иҫтәлегенә бағышланды.

Яугирҙың тормош иптәше Айгөл Сафина спортсыларҙы сәләмләп, турнирҙы ойоштороусылар - ауыл хакимиәтенә, Сермән мәктәбенә һәм футболсыларға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

- Рәзим Рәшит улы үҙе лә спортты яратты, шуға был сараны ғаиләбеҙ менән йылда көтөп алабыҙ. Быйылғы турнир Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уҙғарылыуы икеләтә мәртәбәле, - тине ул.

Өсөнсө тапҡыр ойошторолған ярышта барлығы биш команда ҡатнашты. Уйын ҡыҙыу барҙы, әле бер команда, әле икенсеһе ҡапҡаға туп индереп торҙо. 

Шулай итеп, көсөргәнешле ярышта лайыҡлы I урынды яугирҙың туғандары яулаһа, II урынға Сермәндең "Толпар", III урынға студенттар командалары сыҡты. "Ямантау" командаһы һәм мәктәп уҡыусылары IV, V урындарҙы биләне.

Ярыштың бағыусылары булған Сафиндар ғаиләһе командаларға, ярыштың иң яҡшы спортсыларына иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

-2
-3
-4
-5
-6