Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Баймаҡ яңылыҡтары

Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йортонда "Ир егеттәр - ил терәге" исемле концерт-КВН үтте

Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йортонда "Ир егеттәр - ил терәге" исемле концерт-КВН үтте. "Йәштәр" һәм "Ололар" командалары ҡатнашты. Ярыш көсөргәнешле барҙы, "мылтыҡ"ты һүтеп- йыйыу, әсе лимон ашау, картуф әрсеү, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуаптар биреү һәм башҡа төрлө ярыштар булды, һәм, әлбиттә дуҫлыҡ еңде. Егеттәрҙе Ҡолсора ауыл биләмәһе Изге Ураҙа айында бик кәрәкле әйбер - түбәтәй менән бүләкләне. Фирҙәүес Самарбаева, Гөлфиә Аҫылбаева, Зәлиә Миҙәтғәлина үҙҙәренең йырҙары менән йәм өҫтәһә, "Йәншишмә", " "Йәшлек" ҡыҙҙары матур бейеүҙәр бүләк итте. Был сараны ойоштороуға Рәсимә Әнүр ҡыҙы һәм Гүзәл Рамазан ҡыҙы күп көс һалды.

-2
-3
-4
-5