Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ҡунаҡҡа бала эйәртеп килеп аптыраталар

Бер туғаныбыҙ бар. Үҙе лә, ҡатыны ла оло ғына йәштә инде хәҙер, хаҡлы ялдалар. Бер улының ғаиләһендә ике малай, икенсе улында бер малай менән бер ҡыҙ үҫә. Ҡайҙа ҡунаҡҡа барһалар ҙа, өләсәй менән олатай ошо ейәндәрен эйәртеп алып киләләр: юбилеймы, Ҡөрьән ашымы – ҡарап тормайҙар. Йә икәүһен, йә дүртәүһен дә тигәндәй. Ейәндәренең өлкәне ҙур инде – 18 йәш, ҡалған өсәүһе әлегә бәләкәйерәк. Улары шул тиклем шуҡ, тиктормаҫ, айырыуса малайҙары тыйыуһыҙ. Үткән аҙнала бер туған һеңлем атайым мәрхүмдең рухына бағышлап аят уҡытты. Был туғаныбыҙ өс бәләкәй ейән-ейәнсәре менән килде. Башҡа балалар ҙа бар ине. Бергәләп йоҡо бүлмәһендә ултырҙылар, шунда балаларға айырым өҫтәл дә әҙерләнгән ине. Баштараҡ, мулла доғалар уҡығанда, матур ғына ултырҙылар. Бер мәл теге ике малай шаяра башланы, шунан хәйер-саҙаҡа булараҡ төшкән аҡсаға талашып киттеләр (береһенеке 50 һумға аҙыраҡ булған икән). Өләсәһе тегегә үҙенең саҙаҡаһынан 50 һум биргәйне, икенсеһенә оҡшаманы, “Миңә лә бир”, тип зыҡ ҡупты. Айырым балалар
Оглавление
    Ҡунаҡҡа бала эйәртеп килеп аптыраталар
Ҡунаҡҡа бала эйәртеп килеп аптыраталар

Ҡунаҡҡа бала эйәртеп килеп аптыраталар

Бер туғаныбыҙ бар. Үҙе лә, ҡатыны ла оло ғына йәштә инде хәҙер, хаҡлы ялдалар. Бер улының ғаиләһендә ике малай, икенсе улында бер малай менән бер ҡыҙ үҫә. Ҡайҙа ҡунаҡҡа барһалар ҙа, өләсәй менән олатай ошо ейәндәрен эйәртеп алып киләләр: юбилеймы, Ҡөрьән ашымы – ҡарап тормайҙар...

Бер туғаныбыҙ бар. Үҙе лә, ҡатыны ла оло ғына йәштә инде хәҙер, хаҡлы ялдалар. Бер улының ғаиләһендә ике малай, икенсе улында бер малай менән бер ҡыҙ үҫә. Ҡайҙа ҡунаҡҡа барһалар ҙа, өләсәй менән олатай ошо ейәндәрен эйәртеп алып киләләр: юбилеймы, Ҡөрьән ашымы – ҡарап тормайҙар. Йә икәүһен, йә дүртәүһен дә тигәндәй. Ейәндәренең өлкәне ҙур инде – 18 йәш, ҡалған өсәүһе әлегә бәләкәйерәк. Улары шул тиклем шуҡ, тиктормаҫ, айырыуса малайҙары тыйыуһыҙ.

Үткән аҙнала бер туған һеңлем атайым мәрхүмдең рухына бағышлап аят уҡытты. Был туғаныбыҙ өс бәләкәй ейән-ейәнсәре менән килде. Башҡа балалар ҙа бар ине. Бергәләп йоҡо бүлмәһендә ултырҙылар, шунда балаларға айырым өҫтәл дә әҙерләнгән ине.

Баштараҡ, мулла доғалар уҡығанда, матур ғына ултырҙылар. Бер мәл теге ике малай шаяра башланы, шунан хәйер-саҙаҡа булараҡ төшкән аҡсаға талашып киттеләр (береһенеке 50 һумға аҙыраҡ булған икән). Өләсәһе тегегә үҙенең саҙаҡаһынан 50 һум биргәйне, икенсеһенә оҡшаманы, “Миңә лә бир”, тип зыҡ ҡупты.

Айырым балалар өҫтәле булһа ла, өлкәндәр яғына ҡырҡ сығып әйләнделәр. Йә уларға аштың һуғанлы булыуы оҡшамай, йә эҫе, йә башҡаһы...

Яңыраҡ кафела үткән юбилейға баяғы туғандарыбыҙ өлкән ейәнен – 18 йәшлек егетте алып килде. Уныһына бөтөнләй хайран ҡалдыҡ. Кафе хужабикәһе аптырап, өҫтәмә ултырғыс сығарып бирҙе. Ундай ерҙә һәр урынға, һәр ризыҡҡа кеше башына ҡарап түләнеүен барыбыҙ ҙа беләбеҙ бит инде...

Ҡунаҡтарға, Ҡөрьән аштарына ошолай балаларҙы алып йөрөүгә нисек ҡарайһығыҙ? Кемдер аят-доға тыңлаһындар, барыбер күпмелер дәрәжәлә һеңә, туғандар менән аралашып, белеп үҫһендәр, ти, икенселәр сыр-сыу килгән балалар табындың йәмен ебәрә, ти... Һеҙҙең фекер нисек?

Ихтирам менән - Фәүзиә апайығыҙ.

Фото: fotobank02.ru (авторы - Розалия Хисаева).

Редакциянан: Был фотоның әлеге мәҡәләгә ҡағылышы юҡ.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!