Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мәктәпкә бармаҫ элек романдар уҡыған

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары композиторҙар күңеленә лә яҡын. Уның һүҙҙәренә инде бихисап йыр ижад ителгән. Көй яҙыусылар араһында Артур Туҡтағолов, Рәдиф Зарипов, Юлай Моратов, Альфред Яҡшымбәтов, Иҙел Нурғәлин, Рәмил Туйсин кеүек популяр исемдәр ҙә, әлегә таныш булып етмәгәндәре лә бар. 25 февралдә, шағирәнең 65 йәше айҡанлы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Фирүзә Абдуллина һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙан туҡылған тамаша үтә. Ижадының тантанаһы булыр кисә алдынан шағирә менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ. – Фирүзә апай, әйтегеҙ әле, ниңә уҡыусы һеҙҙең турала һуң ғына белде, шиғырҙарығыҙҙы шулай эштән бушап, хаҡлы ялға киткәс кенә ижад итә башланығыҙмы? – Шиғырҙарҙы 10 йәштә үк яҙа башланым ул. Беренсе шиғырым 6-сы класта уҡып йөрөгәнемдә, район гәзитендә баҫылды. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡып йөрөгәндә улар хатта республика матбуғатында ла күренә башланы – “Пионер” журналы, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә. Мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын
Оглавление
    Мәктәпкә бармаҫ элек романдар уҡыған
Мәктәпкә бармаҫ элек романдар уҡыған

Мәктәпкә бармаҫ элек романдар уҡыған

Ә бала сағында табибә булырға хыялланған. Шағирә Фирүзә Абдуллинаның ижады менән шиғри һүҙҙе үҙ итеүселәр Интернет селтәре аша күптән таныш. Хәҙер инде авторҙың үҙ уҡыусыларын табып, уларҙың күңелендә үҙенә тәғәйен урынды биләгәненә лә байтаҡ. Тормошсан, һәр кем күңеленә ауаздаш тойғоларҙы йыйған шиғырҙарын әҙәбиәт, хис донъяһын үҙ күреүселәр көтөп ала, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләренә күсерә, күңел түренә һалып ҡуя.

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙары композиторҙар күңеленә лә яҡын. Уның һүҙҙәренә инде бихисап йыр ижад ителгән. Көй яҙыусылар араһында Артур Туҡтағолов, Рәдиф Зарипов, Юлай Моратов, Альфред Яҡшымбәтов, Иҙел Нурғәлин, Рәмил Туйсин кеүек популяр исемдәр ҙә, әлегә таныш булып етмәгәндәре лә бар.

25 февралдә, шағирәнең 65 йәше айҡанлы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Фирүзә Абдуллина һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙан туҡылған тамаша үтә. Ижадының тантанаһы булыр кисә алдынан шағирә менән осрашып, әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Фирүзә апай, әйтегеҙ әле, ниңә уҡыусы һеҙҙең турала һуң ғына белде, шиғырҙарығыҙҙы шулай эштән бушап, хаҡлы ялға киткәс кенә ижад итә башланығыҙмы?

– Шиғырҙарҙы 10 йәштә үк яҙа башланым ул. Беренсе шиғырым 6-сы класта уҡып йөрөгәнемдә, район гәзитендә баҫылды. Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡып йөрөгәндә улар хатта республика матбуғатында ла күренә башланы – “Пионер” журналы, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә. Мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт һәм рус филологияһы бүлегенә уҡырға индем. Унда “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгендә шөғөлләндем, Өфөлә йыл да ойошторола торған ижади йәштәр конференцияларында ҡатнаша торғайным. Тамара Юлдашева, Фәрзәнә Аҡбулатовалар менән бер осорҙа ижадҡа килдек.

Ныҡ әүҙем студент булдым, төркөм старостаһы, уҡыуҙағы уңыштарым өсөн Ленин стипендиаты ла инем. Шуғалыр ҙа, мине аспирантурала уҡырға ҡалырға ла өгөтләнеләр, “Совет Башҡортостаны”на эшкә лә саҡырҙылар, әммә мин өсөнсө юлды һайланым – кейәүгә сыҡтым, мәктәпкә эшкә киттем һәм... баттым. 35 йыл буйы мәктәптә йөҙөп йөрөп эшләнем – рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барҙым. Эшемде яратып башҡарҙым, уҡыусыларым да мине үҙ итте, бергәләп төрлө уңыштар яуланыҡ, миҙалсыларым да күп булды.

– 35 йыл буйы Бәпес мәктәбенә хеҙмәт иттегеҙ була инде?

– Йәш белгестәр булараҡ хеҙмәт юлы башланған саҡта ғына әле, Ейәнсура районының Юлдаш ауылында биш йыл йәшәп алдыҡ, мәктәптә эшләнек. Шул осор иң матур саҡтарҙың береһе булып хәтерҙә һаҡлана. Халыҡ – беҙҙе, беҙ халыҡты ныҡ хөрмәт иттек. Шунда ҡалһаҡ, бәлки, тормошобоҙ икенсе юл алыр, хеҙмәт уңыштарына юл асылыр ине, тигән үкенес тырнап ала күңелде ҡайһы саҡта. Юлдаштарға күңелдә ҙур рәхмәт тойғоһо йөрөтәбеҙ. Бәхеткә күрә, улар менән әле лә ҡатышып йәшәйбеҙ.

– Мәктәп күп көс, ваҡытты ала, шиғырҙар онотолоп торҙомо?

– Шиғыр яҙыуҙан туҡтаманым, ләкин улар блокнотҡа теркәлгән килеш ҡала килде. Ирек ағай Кинйәбулатов әйтмешләй, уларҙы “мендәр аҫтына яҙҙым” (көләавт.). Ағай минең шиғырҙарҙы уҡый торғайны, “әйҙә, китабыңды сығарайыҡ” тип әйтә килде, әммә хыял ул саҡта тормошҡа ашырылмай ҡалды.

Ярай әле – миңә 53 йәш ине инде – тормошобоҙға интернет килеп инде. Ҡыҙым “Бәйләнештә” сайтында сәхифәмде теркәне, төркөм асып бирҙе һәм мин, ниһайәт, шиғырҙарымды донъяға күрһәтеү бәхетенә өлгәштем. Уларҙы уҡыған кешеләрҙән хуплау һүҙҙәре менән тулы хаттар ала башланым, был, әлбиттә, кәйефемде күтәрҙе, үҙемә ышаныс тыуҙырҙы.

– Ирек ағай һеҙҙең ижади мөмкинлекте күргән, баһалаған, тимәк. Ә ниңә әле, ысынлап та, шиғырҙарығыҙҙы туплап, профессиональ яҙыусыларҙан фатиха алып, китап сығарырға ынтылманығыҙ һуң?

– Ижадым әле быға лайыҡ түгел, тип иҫәпләнем. Үҫергә кәрәк, әҙер түгелмен, тинем. Үҙемә юғары талап ҡуйып, шуға буйһонғанмын. Унан, төп эшем бар, ул – балаларға белем биреү, ә шиғыр яҙыу – ул күңелем талабы, тимәк, үҙем өсөн, хобби ғына, тип тә уйлай торғайным.

– Һәм бына һеҙ интернет селтәрендә танылдығыҙ. Бер сыҡтығыҙ – берәгәйле сыҡтығыҙ, тип әйтергә була.

– Кешене ялҡытып бөтөп ҡуймаһам ярар ине, тип хәүефләнеп алам әле ул. Шуға артыҡ әүҙемләшеп тә китмәйем.

– Бөгөнгө ваҡытҡа һеҙҙең нисә китабығыҙ бар?

– Йәмғеһе алты китабым донъя күрҙе. Уларҙың дүртәүһе үҙнәшер менән баҫылды, икәүһе “Китап” нәшриәтендә сыҡты.

– Шиғырҙарығыҙға темаларҙы ҡайҙан алаһығыҙ, тигән һорауыма “тормоштан, ысынбарлыҡтан” тигән яуап ишетермен, моғайын.

– Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ. Тормош үҙе, тирә-йүнемдәге кешеләр мине илһамландыра. Ғөмүмән, кешеләрҙе яратам. Һәр кемдең тик яҡшы яғын эҙләйем, табам, күрәм. Һәр әҙәм балаһынан ниндәйҙер фәһем алып була, тип тә инанғанмын. Яҡшы өлгөмө ул, әллә хатта йәлләү тойғоһо уятҡанымы – ниндәйе лә тормоштағы фәһемле тәжрибә.

– Кем менән генә әңгәмәләшһәң дә, бала саҡ хәтирәләре, ғаиләһе, яҡындары тураһында ишетмәһәң, әңгәмәсеңдең портреты тулы булмай кеүек. Һеҙҙе лә тыңлайыҡ.

– Ҙур ғаиләлә үҫтем, 10 бала инек, мин – кинйәбикәһе. Мәрхүмә әсәйем: “Бер йәштә ҡапыл һөйләшеп, ҡотто алдың. Был баламды ен алмаштырғанмы әллә тип ныҡ ҡурҡтым. Һин һөйләшкән һайын йөрәгем алҡымыма тығыла ине”, – тип иҫкә ала торғайны. Атларҙан да алда телем асылған, шулай итеп. “Һөйләгәндәрең дә нисектер өлкәндәрсә булды”, – ти ине әсәйем. Аҙаҡ ул үҙен тынысландырып, өлкәнәйеберәк тапҡан балалар шулай аҡыллы булалыр, күрәһең, тигән һығымтаға килгән.

Бәләкәй саҡта табибә булырға теләй инем. Күршелә йәшәгән ҡарт инәй мине ныҡ ярата торғайны, көн дә янына саҡыра ине. Үлер алдынан мин, 4-5 йәштәрҙәге бала ғына әле ул саҡта, эргәһендә ҡулынан тотоп ултырҙым. Ҡурҡыу тойғоһо булманы, ә әбейҙе ныҡ итеп, үҙәгем өҙөлөп йәлләгәнем хәтерҙә. “Әсәй, ныҡ ҡыҙғандым инәйҙе. Ҙурайғас, врачҡа уҡып сығырмын да һеҙҙе улай ыҙалатып һалып ҡуймаҫмын, укол һалып ҡына йүнәлтер ҙә ҡуйырмын”, – тип әсәйемдәрҙе тағы бер аптыратҡанмын. Бала саҡ хыялдары алмашынып тора инде. Атайым да, әсәйем дә ярайһы оҙон ғүмер кисереп китте фани донъяларҙан.

Дүрт йәшемдә уҡырға өйрәндем. Матур бер хәтирәм: шәм яҡтыһында (ул саҡта ауылға ут үткәрелмәгәйне әле) әсәйем урындыҡта юрған һырый, апайҙарым йөн тетә, ә мин ҡалын китап тотоп уҡып ултырам – Зәйнәб Биишеваны, Һәҙиә Дәүләтшинаны мәктәпкә төшкәнсе уҡығайным инде.

– Үҙегеҙҙең ғаиләгеҙ менән дә таныштырығыҙсы.

– Ғүмер юлдашым Фидаил Фәрәхетдин улы, үҙем кеүек, уҡытыусы, физика, математика фәндәренән уҡытты. Ике ҡыҙыбыҙ бар, Гөлшат менән Гөлнар. Улар үҙ ғаиләләрен ҡорҙо, икешәр ейән бүләк итте. Дүрт малайҙың өләсәй-олатайы булыуға ҡыуанып ғүмер итеп ятҡан көн, шөкөр.

– Шағирә Фирүзә Абдуллина тигән исем хәҙер шиғыр яратҡан халыҡҡа таныш, йырсы-композиторҙар һеҙҙең һүҙҙәргә ижад иткән йырҙарҙы тамашасыға тәҡдим итә. Был халәт тормошоғоҙға ниндәй йоғонто яһаны, булмышығыҙҙы үҙгәртмәнеме?

– Мин һауалана торған кеше түгел. Киреһенсә, баһамды кәметеберәк тә ебәрәм әле. Бер ҡурҡҡан нәмәм бар: үҙемде юғалтып ҡуймайым. Башҡа нәмәгә ҡыҙығып, ысынбарлыҡтан айырылмаҫҡа, нисек бармын, шундай булып ҡалырға тырышам, ысын булмышымдан яҡшыраҡ булып күренергә лә ынтылмайым. Ябай әҙәм балаһымын, шул көйө ҡалам да, инде үҙгәрергә мөмкин дә түгелдер һәм теләгем дә юҡ.

– Һөйләшеүҙең төп сәбәбенә күсһәк тә булалыр. Филармонияла үтә торған концерт – ул һеҙҙең беренсе шундай ижад кисәһеме?

– Эйе, Өфөлә йыр-моң тамашаһы, күләмле сара итеп беренсегә үткәрелә. Дөйөм әйткәндә инде, ижадым менән таныштырыу саралары булғаны бар. Китаптарым сығыу айҡанлы – исем туйҙары, унан 55 йәшемә Яҙыусылар союзында әҙәби сара ойошторолғайны. 60 йәшемә Баймаҡта, район мәҙәниәт һарайында концерт форматында булды.

Концертта минең шиғырҙарға ижад ителгән йырҙарҙы билдәле артистар башҡара. Йәмил Әбделмәнов, Әлфиә Юлсурина, Алһыу Бәхтиева, Әлим Ҡәйүмов, Резеда Әминева, Фәрүәз Урманшин, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, Искәндәр Ғәзизов, Салауат Мөхәмәтйәров, Әлиә Исҡужина, Рәфис менән Алмас Сирусиндар, Рәмил менән Радмир Туйсиндар, Резеда Әмәкәсова, “Далан”, “Өфө баймаҡтары” төркөмдәре һәм башҡа йыр-моң оҫталары – бөтәһен дә һанап сығыу кәрәк тә түгелдер. Бынан тыш, “Йөрәк һүҙе” проектында ҡатнашҡан шиғырҙар ҙа яңғырай.

Ҙур кисә алдынан ныҡ тулҡынланыу кисерәм. Кешеләрҙең өмөтөн алдап ҡуймайым, тип ҡурҡам – тамашасылар бит күңелдәренә рухи аҙыҡ алырға тип йыйыла, шуны бирә алырмынмы, тием. Әгәр тыңлаусылар ҡәнәғәт ҡала икән, был иң ҙур шатлығым булыр ине!

– Юбилейығыҙ айҡанлы тыуған яғығыҙҙа ла әҙәби осрашыуҙар үткәрергә ниәтләйһегеҙҙер, моғайын?

– Эйе, ундай теләк бар. Тыуған яғым Баймаҡ районының үҙәк китапханаһында – шиғриәт һәм йыр кисәһе, тағы ла Сыңғыҙ ауылында осрашып-күрешергә теләгем бар, сөнки унда уҡып киттем, ул миңә бик яҡын. Социаль селтәрҙәрҙә шиғыр уҡыу буйынса конкурс ойошторорға ла тәҡдим иткәйнеләр, бәлки, уны ла уҙғарып булыр. Өфөләге кисә имен-аман, матур ғына үтеп китһә, башҡа саралар тураһында уйларға ваҡыт булыр, тием, Аллаһ бирһә!

– Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн рәхмәт һеҙгә, етеп килгән ғүмер байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, илһамлы ижад теләйбеҙ!

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА әңгәмәләште.

Шағирәнең шәхси архивынан А.Королев фотолары.

-2