Әлхәмдү лилләһи Раббил ғәәләмиин, әс-саләәтү үәс-сәләәмү ғәләә расүүлинәә Мүхәммәдин үә ғәләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әҗмәғыйн... Йә Раббым Аллаh, доғалар ҡабул була торған ошо мөбәрәк Рамаҙан айында Бер Үҙеңә мөрәжәғәт итеп, фәҡәт Һинең ярҙамыңа ғына тәүәккәлләп, үтенеп һорайым: Һин бүләк итеп биргән ошо изге айҙа ҡылган барлыҡ ғибәҙәттәребеҙҙе – тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, уҡыған намаҙҙарыбыҙҙы, биргән саҙаҡаларыбыҙҙы һәм башҡа изге-игелекле ғәмәлдәребеҙҙе ҡабулдарҙан ҡыл! Фарыз намаҙҙарҙан тыш башҡарылған нәфел намаҙҙарыбыҙҙы, шул иҫәптән тәрәүих намаҙҙарыбыҙҙы ла Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул итеүеңде һорайым... Йә Раббым Аллаh, тәрәүих намаҙҙарында баҫып тороуҙарыбыҙ Ҡиәмәт көнөндә – мәхшәр майҙанында баҫып торғанда беҙгә ярҙам итһә ине... Ҡиәмәт көнөндәге яуап биреү мәлендә, Үҙ хозурыңда баҫып торған ваҡытта хәлебеҙ еңел булһын. Мәхшәр майҙаны эҫелегендә бик һыуһаған ваҡытта беҙгә был дөньяла тотҡан ураҙаларыбыҙ ярҙам итһен – яфаланып һыуһауҙан ҡотолорға сәбәпсе булһын. Йә Раббым Аллаh