тураһында шиғырҙар, мәҡәлдәр уҡыныҡ. Шулай уҡ уҡыусылар башҡорт яҙыусыларының ижады менән танышты, шиғырҙар ятланы. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған. Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО 21 февралде Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй. Республикабыҙҙа башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, украин, мордва, немец һәм башҡа милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. БР Конституцияһына ярашлы, дәүләт телдәре булып башҡорт һәм рус телдәре тора. Һәр милләт өсөн туған теле - иң яҡын, иң ғәзиз тел, Беҙ, ошо ерҙең аҫаба халҡы булған башҡорттар ҙа туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ!
21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө.Шул уңайҙан Буранбай китапханаһында уҡыусылар менән "Халҡым теле- хаҡлыҡ теле "исемле сара үтте.Тел
21 февраля21 фев
3
~1 мин