Шәмбе, 21 февралдә, ҡар яуыуы дауам итәсәк. Төндә урыны менән буран сығыуы көтөлә, юлдарҙы ҡар һырынтыһы ҡаплай, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10….-15°, көндөҙ -5°-10°. Йәкшәмбе, 22 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Төндә һауа температураһы -12...-17 градусҡаса, аяҙытҡанда -22°-ҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ -7°…..-12°, таулы райондарҙа -2°-ҡа тиклем булыуы көтөлә. Дүшәмбе, 23 февралдә, төндә термометр бағанаһы -17...-22°-ҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ -9°-14 °. Юлдарҙың ҡайһы бер урындарында томан төшә, күреүсәнлек кәмей. Һаҡ булығыҙ! Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.