Иртәгә Халыҡ-ара туған телдәр көнө билдәләнә. Уның төп маҡсаты – мәҙәни төрлөлөктө һәм юғалып барған телдәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итеү. Был датаны булдырыу идеяһы хәҙерге Бангладешта, ә ул саҡта Көнсығыш Пакистанда, 1952 йылдың ошо көнөндә булған фажиғәле хәлдәргә бәйле – үҙҙәренең туған бенгал телен яҡлап сыҡҡан бер нисә йәш кеше һәләк була. Тап уларҙың иҫтәлегенә 2000 йылдан алып 21 февралдә бөтә планетала туған телдәр көнөн билдәләйҙәр. 2026 йылға донъяла нисә тел бар, тигән һорауға яһалма зиһен, 7159 тел, тип яуап ҡайтарҙы. Ә бит 2024 йылда ғына әле Ер йөҙөндә 7164 тел бар, тип иҫәпләнгән булған... Хәҙерге заманда юғалып барған телдәрҙе һаҡлау мәсьәләһе айырыуса көнүҙәк. Халыҡтар бер ерҙән икенсеһенә күсә, унан урындағыларҙың телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һеңдерә, йәғни ассимиляцияға дусар була. Киләһе быуындар туған телен, халҡының мәҙәниәте тураһында торған һайын әҙерәк белә. Ни өсөн тигәндә, ерле халыҡтың телендә һөйләшеү башҡа милләт вәкилдәренә күп уңайлыҡ, мөмкинлектәр тыуҙыра, мәҫәл