Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Биш йылда республика аграрийҙары 14,4 меңдән ашыу техника берәмеге һатып алған

2021 йылдан башлап 5 йыл эсендә Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре 64,2 миллиард һумға 14 442 берәмек техника һатып алған. Рәсәйҙең яңы техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” ( национальный проект“Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Агросәнәғәт комплексын техник яңыртыу төбәк программаһы сиктәрендә аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күләме был йылдарҙа 5,6 миллиард һум тәшкил итте. Һөҙөмтәлә иген культураларын урып йыйыу барышында бер комбайнға йөкләнеш 510 гектарҙан 430-ға тиклем кәмене. Ә тракторҙар менән тәьмин ителгәнлек буйынса төбәк 1000 гектар һөрөнтө ергә 4,4 берәмек кимәленә сыҡҡан.
— Техник йыһазландырыу 2026 йылғы сәсеү кампанияһын үткәргәндә хәл иткес фактор булып торасаҡ. Техник паркты яңыртыуҙан тыш, бөгөн ауыл хужалығы машиналарын һәм агрегаттарын ремонтлауҙы һәм әҙерләүҙе ваҡытында һәм сиф
Оглавление
    Биш йылда республика аграрийҙары 14,4 меңдән ашыу техника берәмеге һатып алған
Биш йылда республика аграрийҙары 14,4 меңдән ашыу техника берәмеге һатып алған

Биш йылда республика аграрийҙары 14,4 меңдән ашыу техника берәмеге һатып алған

2021 йылдан башлап 5 йыл эсендә Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре 64,2 миллиард һумға 14 442 берәмек техника һатып алған.

2021 йылдан башлап 5 йыл эсендә Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре 64,2 миллиард һумға 14 442 берәмек техника һатып алған. Рәсәйҙең яңы техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” ( национальный проект“Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан.

Агросәнәғәт комплексын техник яңыртыу төбәк программаһы сиктәрендә аграрийҙарға дәүләт ярҙамы күләме был йылдарҙа 5,6 миллиард һум тәшкил итте. Һөҙөмтәлә иген культураларын урып йыйыу барышында бер комбайнға йөкләнеш 510 гектарҙан 430-ға тиклем кәмене. Ә тракторҙар менән тәьмин ителгәнлек буйынса төбәк 1000 гектар һөрөнтө ергә 4,4 берәмек кимәленә сыҡҡан.
— Техник йыһазландырыу 2026 йылғы сәсеү кампанияһын үткәргәндә хәл иткес фактор булып торасаҡ. Техник паркты яңыртыуҙан тыш, бөгөн ауыл хужалығы машиналарын һәм агрегаттарын ремонтлауҙы һәм әҙерләүҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарыу мөһим, - тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса тормошҡа ашырыла.

Фото: БР Ауыл хужалығы сайтынан

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!