18 февралдә Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы әүҙемселәре һәм йәш белгестәр республиканың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашты. Сара йәштәр сәйәсәтенең, һөнәри үҫештең һәм кесе Ватан менән үҙ-ара эш итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшереүгә йүнәлтелгән асыҡ диалог форматында уҙҙы. Осрашыуҙа РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, «Геройҙар ваҡыты» федераль программаһында ҡатнашыусы, подполковник, Батырлыҡ ордендары кавалеры Денис Камалетдинов ҡатнашты. Йәнле аралашыу форматы сараның төп үҙенсәлеге булды, ул студенттарға спикерҙарға туранан-тура мөрәжәғәт итергә, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирергә һәм үҙ башланғыстары менән таныштырырға мөмкинлек бирҙе. Фекер алышыу барышында күп балалы ғаиләләрҙе торл