«Йәштәр һәм балалар» милли проектын (национальный проект «Молодежь и дети») тормошҡа ашырыу сиктәрендә вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында Өфө фән һәм технологиялар университетының Тәбиғәт һәм кеше институты нигеҙендә ойошторолған «ИнноваБиоТех» биотехнологиялар уҡыу-ғилми лабораторияһы эшләй башланы. Был хаҡта республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Яңы лаборатория тикшеренеү инфраструктураһын үҫтереүҙә һәм университеттар, предприятиелар араһында кооперацияны киңәйтеүҙә сираттағы аҙым булды. «ИнноваБиоТех» биотехнологиялар өлкәһендә тормош сифатын яҡшыртыуға, тотороҡло ауыл хужалығын үҫтереүгә һәм функциональ аҙыҡ-түлек булдырыуға йүнәлтелгән ғәмәли һәм фундаменталь тикшеренеүҙәргә йүнәлтелгән. – Лаборатория асылыуы республика өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Бында алып барыласаҡ асыштар тирә-яҡ мөхиткә антропоген йөкләнештең кәмеүе менән бәйләнгән. Тупраҡҡа пестицидтар йөкләмәһен кәметеү, ауыл хужалығы ҡалдыҡтарын биологик утилләштереү өсөн биопрепараттар булдырыу ҙа – төп йү