Яңауыл үҙәк район дауаханаһына, ”Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, ярыҡлы лампа (күҙ биомикроскопияһы приборы, күҙҙең тере туҡымаларын һәм үтә күренгән ағзаларын ярыҡ аша төшкән яҡтылыҡта микроскоп аша ҙурайтып тикшереү аппараты) алынды. Ҡорамал офтальмология кабинеты өсөн тәғәйенләнгән. Ул күҙҙең мөгөҙсә шекәрәһендәге, күҙ ағындағы һәм төҫлө ҡатламындағы, күҙ ҡараһындағы һәм яҫмығындағы патологияларҙы юғары теүәллек менән асыҡлай. “Был ҡорамал диагностика сифатын һиҙелерлек арттырасаҡ һәм күҙ сирҙәрен иртә осорҙа асыҡлау өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырасаҡ”,– тип билдәләне дауахананың баш табибы Илгиз Хәтипов. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артаба