Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһен яҡлау һәм хуплау маҡсатында һәм 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан "Алға-Патриот" төбәк йәмәғәт патриотик хәрәкәте "Бөтәһе лә Еңеү өсөн" тигән флешмоб ойошторҙо. Ул Өфө ҡалаһының Совет майҙанында үтте. Патриотик флешмоб барғанда туҡымалағы "Все для Победы! Барыһы ла Еңеү өсөн!" тигән яҙыуҙы уҡырға мөмкин ине. Шулай уҡ махсус хәрби операция батальондарының флагы ла эргә-тирәгә йәм өҫтәне. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. "Алға-Патриот" төбәк йәмәғәт патриотик хәрәкәте етәксеһе Ринат Хәбиров Рәсәйҙең бөйөк держава булыуына баҫым яһаны, илебеҙҙең батырҙары менән ғорурланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм сығышын Ватан тураһындағы шиғыр менән тамамланы. Ринат Флүр улы барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе, махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың һәммәһенә лә тыуған яҡтарына иҫән-һау һәм Еңеү менән ҡайтыуын теләне. Флешмобты асыу кеүек яуаплы бурыс махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы кесе сержант Сер