“Бәхетле булыуың хаҡында уңға-һулға һөйләп йөрөмә – күҙ тейер”, тиҙәр. Динебеҙ ҡанундары нигеҙенә лә шул мәғәнә һалынған. Ошо тыйыуҙарҙы иҫтә тотоп, бөгөнгө тормошома шөкөр итеп, ырыҫ серҙәре менән уртаҡлашырға ниәт иттем.
...Беҙ апайым менән әсәйебеҙ тәрбиәһендә үҫтек. Атайыбыҙ хаҡында шуны ғына белә инем: ул, ғаиләһен ташлап, икенсе ҡатынға сығып киткән, алыҫта – ҡала яғында йәшәй. Өләсәйем әйтеүенсә, булдыҡһыҙ, бешмәгән кеше булған. “Аҡса табырға ла эшкинмәне. Ярай әле әсәйең ваҡытында ҡотолдо”, – тиер ине.
Бәләкәйҙән йорт-ихаталағы барлыҡ ауыр эштәргә егелдек. Әсәйем туҡтауһыҙ зарланыр, йыш ҡына сығырынан-сығып туҙыныр, әрләр ине. Ауыр тормошонда ниңәлер гел беҙҙе ғәйепләне. “Бына һеҙ булмаһағыҙ...”, “ошолар тип ғүмерем заяға үтте”, “атайығыҙ һымаҡ әҙерҙе көтөп...” – шундай һүҙҙәрҙе көн дә тиерлек ишетә инек. Ир тигәнде ен һымаҡ күреп буй еткерҙек.
Туғыҙынсы кластан һуң башҡа уҡыманым. Әсәйемдең янында ҡалыу мөмкин булмағас, ҡалаға эш эҙләп китеп, тәүҙә баҙарҙа тауар ташыуҙа ярҙ