Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Алтын алҡа өсөн үлтергән

Түбәнге Новгород өлкәһендә 65 йәшлек пенсионерканы үлтергәндәр һәм алтын биҙәүестәрен алғандар. Енәйәтсе Өфө кешеһе булып сыҡҡан. Саҡырылған полиция хеҙмәткәрҙәре был ҡатындың тәнендә яралар булыуын һәм өйөнән ювелир әйберҙәренең юғалыуын теркәгән, шунда уҡ енәйәт эше асылған. Үлтереүсене шул көндә үк тотҡандар, ул – 50 йәшлек Өфө кешеһе. Был ир бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булған, шул иҫәптән – кеше үлтергән өсөн. Асыҡланыуынса, был ҡатын менән ир бергә эсеп ултырған, шунан енәйәтсе уны быуып үлтергән, биҙәүестәрен һалдырып алған һәм ишекте асҡыс менән ябып сығып киткән. Әле ул һаҡ аҫтында. Фото: Эске эштәр министрлығы. Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...
Оглавление
    Алтын алҡа өсөн үлтергән
Алтын алҡа өсөн үлтергән

Алтын алҡа өсөн үлтергән

Бергә сәй эсеп ултырып...

Түбәнге Новгород өлкәһендә 65 йәшлек пенсионерканы үлтергәндәр һәм алтын биҙәүестәрен алғандар. Енәйәтсе Өфө кешеһе булып сыҡҡан.

Саҡырылған полиция хеҙмәткәрҙәре был ҡатындың тәнендә яралар булыуын һәм өйөнән ювелир әйберҙәренең юғалыуын теркәгән, шунда уҡ енәйәт эше асылған.

Үлтереүсене шул көндә үк тотҡандар, ул – 50 йәшлек Өфө кешеһе. Был ир бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән булған, шул иҫәптән – кеше үлтергән өсөн.

Асыҡланыуынса, был ҡатын менән ир бергә эсеп ултырған, шунан енәйәтсе уны быуып үлтергән, биҙәүестәрен һалдырып алған һәм ишекте асҡыс менән ябып сығып киткән. Әле ул һаҡ аҫтында.

Фото: Эске эштәр министрлығы.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...