Бигүк еңел булмаған шарттарҙа йәшәгән ҡатын һәр таңды шөкөр итеүҙән башлай, ти: – Бәхетлемен, Хоҙайым! Барыһына шөкөр итәм. Ҡайһы ваҡыт боларып алһа ла, ирем бар, бәләкәй, әммә уңайлы өйҙә йәшәйбеҙ. Эш булмаһа ла, үҙ шөғөлөмдән аҡса килеп тора. Балаларым һау-сәләмәт: йүгерә лә һикерә... Аллаһ Тәғәлә барыһын да ишеткән һәм уға: – Бәхеттең нимә икәнен белмәйһең икән, – тигән. – Мә, уны ысынлап той! Шөкөр итеп йәшәргә өйрәнәйек, шул сағында Аллаһ Тәғәләнең сауабы насип булыр, иншаллаһ. Ураҙаларыбыҙ ҡабул ҡылынһын. "Таң" ("Әл-Фәләҡ") сүрәһен тәҡдим итәбеҙ: Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим! 1. Ҡуль әғүүҙү бираббил-фәләҡ. 2.Миң шәрри мәә халәҡ 3.Үә миң шәрри ғаасиҡин иҙәә үәҡаб 4.Үә миң шәррин-нәффәәҫәәти фил-ғүкәд 5. Үә миң шәрри хәәсидин иҙәә хәсәд Мәғәнәһе: Бисми-лләһи-ррәхмани-ррәхим! Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...