Бөгөн республиканың күп мәктәптәрендә шайморатовсылар кластары барлыҡҡа килде. Рәсәй Геройы, генерал Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус патриотик кластарҙа балалар математика, тарихты, айырыуса 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын тәрән өйрәнә, хәрби-спорт әҙерлеге (уҡ атыу, строевой әҙерлек) үтә. Улар өсөн махсус форма һәм «Йәш шайморатовсы» билдәләре ҡаралған. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының 6-сы класс шайморатовсылары—районда иң яҡшылары. Быйылғы уҡыу йылында ғына асылыуына ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтергә лә өлгөргәндәр. Йәш шайморатовсылар район кимәлендә үткәрелгән сафта йөрөү һәм йыр ярышында беренсе урын яулаған.
Тырыш, шуҡ, максатлы һәм спортты яратҡан уҡыусылар менән тәжрибәле тәрбиәсе Дамира Бикҡолова һәм йәш, ижади ҡарашлы класс етәксеһе Гөлиә Муллагилдина етәкселек итә. Куратор Илһам Нурдәүләтов әҙерлек барышында сафта йөрөү ҡағиҙәләрен ентекле өйрәтә. Шайморатовсылар командиры Ғаяз Нурасов барлыҡ командаларҙы аныҡ