Әл-хәмдү лил-ләһ, изге Рамаҙан айыбыҙ башланды. Уны сабырлыҡ менән, тейешле ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп уҙғарырға яҙһын. “Ураҙамды боҙҙом шикелле” тип шикләнгәндәр була. Ошондай осраҡтарҙы күҙ уңында тотоп, Нефтекама ҡалаһындағы “Әли” мәсете имам-хатибы Илнур хәҙрәт Хәмәтнуровтың һөйләгәндәрен тәҡдим итәбеҙ. Барыһы ла ышаныслы сығанаҡтар нигеҙендә әйтелә. Әгәр кеше ураҙа тотоп йөрөүен онотоп китеп, ризыҡ ҡапһа йә эсһә, “ғәмәлемде боҙҙом” тип уйламаһын. Ҡапыл иҫенә төшкәс, шунда уҡ ауыҙын сайҡатып, кире ураҙаһын дауам итһен. (Дәлил: Әл-Бохари һәм Мөслим йыйынтыҡтары). Дауалау, витамин, ауыртыуҙы баҫыу маҡсатында ҡан тамыры һәм мускулдар эсенә яһалған уколдар ураҙаны боҙмай. Аҙыҡты алмаштырған туҡлыҡлы иҙмәле тамыҙғыс ҡына ҡуйырға ярамай. Шул мөһим: укол ризыҡ түгел, ул ашҡаҙанға китмәй, ә ҡанға. Улар ураҙаны боҙмай. Әммә хәл бөтөүе ихтимал. Шуға ла ҡан тапшырыуҙы кискеһен эшләү яҡшыраҡ. Ҡан тапшырыу кеүек үк, был ғәмәл ураҙаны боҙмай. Шулай ҙа хәлһеҙләнеү хәүефе бар икән, уны башҡа айҙарға к