Тәндең зәкәте – ураҙа тотоуҙыр (ибн Мәжжә) / 6
Тәраүих (“ял итеп алыу, тәнәфес”) намаҙын уҡыу сөннәттер (ибн Мәжжә).
-Тәраүих намаҙын йортта уҡыу тәртибе:
1) Аҙан (ир-егеттәр өсөн).
2) Ҡамәт (ир-егеттәр өсөн).
3) Йәсиғ намаҙының 4 рәкәғәт фарыҙын уҡыу.
4) Йәсиғ намаҙының 2 рәкәғәт сөннәтен уҡыу.
5) Тәраүих намаҙын уҡыу (8 йәки 20 рәкәғәткә тиклем уҡыу мөмкин).
(!) Тәраүихтең һәр бер 4 рәкәғәтен уҡығандан һуң “ял итеү”, йәғни тәсбих әйтеү йәки тыңлап ултырыу мөстәхәб ғәмәл.
6) 3 рәкәғәт уитр үәжиб намаҙын уҡыу.
(!) Шулай үк тәраүих намаҙын үитр үәжиб намаҙынан да һуң уҡыу мөмкин.
-Тәраүих намаҙын мәсеттә уҡыу тәртибе:
1) Аҙан.
2) Ҡамәт.
3) Йәсиғ намаҙының 4 рәкәғәт фарыҙын имамға ойоп (эйәреп) уҡыу.
4) Йәсиғ намаҙының 2 рәкәғәт сөннәтен уҡыу (һәр кем айырым уҡый).
5) Тәраүих намаҙын 2 йәки 4 рәкәғәт тип ниәт итеп (имам иғлан итәсәк), имамға ойоп уҡыу.
6) “Ял итеү”, йәғни тәраүихтең һәр бер 4 рәкәғәтен уҡығандан һуң тәсбих әйтеү йәки тыңлап ултырыу мөстәхәбтер (хупланған, яҡшы): “Сүб(е)хәәнә ҙил мүлки үәл мәләкүүт. Сүб(е)хәәнә ҙил ғиз-зәти үәл ғәҙамәти үәл ҡуд(е)рати үәл кибрийәәәәьи үәл жәбәруут. Сүб(е)хәәнәл мәликил хәй-йил-ләҙии ләә йәмүүт. Сүб-бүүхүн ҡуд-дүүсүр-раб-бүл мәләәәәьикәти үәр-руух. Ләә иләәһә илләл-лааһү нәстәғфируллааһ. Нәсьәлүкәл жән-нәтә үә нәғүүҙү бикә минән-нәәр” (Бар маҡтауыбыҙ ерҙәге һәм күктәге мәхлүкәткә хужа булыусы Аллаһү Тәғәләгә. Ғиззәт, ҡөҙрәт, ололоҡ эйәһе булған Аллаһү Тәғәләгә маҡтау булһын. Бөтә маҡтауыбыҙ ғәләмдең батшаһы һәм тере булыусы Аллаһү Тәғәләгә генә. Аллаһү Тәғәлә бар кәмселектәрҙән, таҙа, Бөйөк, фәрештәләрҙең һәм Жәбраил фәрештәнең Раббыһылыр. Бер Аллаһтан башҡа иләһ юҡ, беҙ Аллаһү Тәғәләнән гөнаһтарыбыҙҙы ғәфү итеүен һорайбыҙ. Әй Аллаһ, Һинән йәннәтте һорайбыҙ һәм йәһәннәм утынан Һиңә һыйынабыҙ).
7) Тәраүих намаҙы 20-се рәкәғәт тамам булғансы шул тәртиптә дауам ителә.
8) 3 рәкәғәт үитр үәжиб намаҙын имамға ойоп уҡыу (фәҡәт Рамаҙан айында ғына йәмәғәт менән уҡыла).
Иғтибар (!) Мәсеткә тәраүих намаҙына һуңлап килгән (башҡалар йәсиғ намаҙын тамамлап, тәраүих намаҙын уҡып торған булһа) кешенең намаҙ уҡыу тәртибе:
1) Йәсиғ намаҙының 4 рәкәғәт фарыҙын уҡыу.
2) Йәсиғ намаҙының 2 рәкәғәт сөннәтен уҡыу.
3) Тәраүих намаҙына ҡушылыу.
Иғтибар (!) Йәсиғ намаҙын уҡымайынса, ҡайтҡас уҡырмын тип, тәраүих намаҙына ҡушылырға (!) ярамай.
Иғтибар (!) Уҡылмаған тәраүих намаҙҙары ҡаҙа ҡылып уҡылмай.
Ә. Ноғоманова-Ғәзизова Сибай “Тәҡүә” мәсете мөғәллимәһе әҙерләне