Тәндең зәкәте – ураҙа тотоуҙыр (ибн Мәжжә) / 4
Иртәнсәк “сәхәр” (таң) ашау һәм эсеү тәртибе:
1) Сәхәр эсергә тороу, сөнки унда бәрәкәт бар (Бүхари; Мүслим; Тирмиҙи; Нәсәи; Әхмәд).
2) “Имсәәк” (төн ваҡытының бөтөүе һәм таң ваҡыты инеүе) ваҡытына тиклем ашап-эсеү (Ҡарарға! Намаҙ уҡыу ваҡыттары: сәхәр эсеүҙе тамамлау һәм аҡшам намаҙы-ифтар ҡылыу).
Иғтибар (!) Ашап-эсеүҙе иртәнге намаҙға (әл-Фәжер) тиклем тамамларға, йәғни ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда ашап-эсеп бөтөрөргә һәм ниәт итергә.
3) Ураҙа тотоуға ниәт итеү (доғаны төрлө телдә ҡылыу мөмкин): “Нәүәйтү ән асуумә саумә шәһри Рамәҙаанә минәл фәж(е)ри иләл мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәлә” (Аллаһү Тәғәлә ризалығы өсөн Рамаҙан айының ураҙаһын таңдан алып, ҡояш байығансы тоторға ниәт иттем).
Ифтар (ауыҙ асыу) тәртибе:
1) Аҡшам (әл-Мәғриб) намаҙына аҙан әйтеү (Бүхари; Мүслим). Әгәр аҙан әйтеүсе ир кеше булмаһа, намаҙ ваҡытын гәзиттәрҙән һ. б. ҡарарға мөмкин.
2) Финик емеше йәки һыу менән ифтар ҡылыу (Әхмәд; Әбү Дәүд; Тирмиҙи; Ибн Мәжжә; Ибн Хиббән; Хәким), ләкин тоҙ (!) менән түгел, сөнки көнө буйы “ҡыҙып” торған ашҡаҙанға “утҡа тоҙ һипкән” кеүек тәьҫир (эффект) була.
-Ураҙа тотмаған көндәрҙә, аш алдынан һәм ашты тамамлағас бер семтем тоҙ ҡабып ҡуйыу пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте (Бәйһәҡи), шулай үк ғалимдар үҙҙәренең фәнни асыштарында тоҙ тәм һиҙеү рецепторҙарының һиҙгерлеген арттыра; аш һеңдереүҙе еңелләштерә; теш кариесы булыуын иҫкәртә тиҙәр.
-Ризыҡ ҡабул итеүҙе емеш-еләктән башлау, йәғни емеш-еләкте ит, картуф, һалма кеүек ауыр һәм оҙаҡ эшкәртелгән ризыҡтарҙан алда ашай башлау.
Фәнни асыш пәйғәмбәрҙең хәдиҫен раҫлай: ас ҡарынға ашалған татлы емеш-еләкте (финик, алма, банан һ.б.) организм тиҙ һәм еңел һеңдерә, организм энергия, көс менән тәьмин ителә, күҙҙең күреү һәләте арта, шулай уҡ йөрәккә файҙалы йоғонто яһай.
Иғтибар (!) Ифтар ҡылыуға ашығығыҙ тигән пәйғәмбәребеҙ үҙенең хәдиҫендә (Бүхари; Мүслим; Тирмиҙи), йәғни һуңлап киләсәк саҡырылған кешеләрҙе көттөрөп, ҡунаҡтарҙы ваҡытында ифтар ҡылдырмай һуңлатыу – ҙур гөнаһ.
-Ураҙа тотҡан (!) кешене Рамаҙан айында ауыҙ асырға саҡырыу бик сауаплы эш (Тирмиҙи; ибн Мәжжә; Әхмәд; Нәсәи).
3) Бер аҙ ашау һәм эсеү (тамаҡ ялғау).
4) Ифтар доғаһын ҡылыу (доғаны төрлө телдә ҡылыу мөмкин): “Аллааһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡыкә әфтартү фәғфирлии мәә ҡаддәмтү үә мәә әххартү” (Әй, Аллаһ, Һинең ризалығың өсөн ураҙа тоттом, Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә генә тәүәккәл иттем, Һинең ризығың менән ифтар ҡылдым һәм минең үткән һәм киләсәк гөнаһтарымды ғәфү ит) (Әбү Дәүд; ибн Мәжжә).
5) Аҡшам намаҙын (3 рәкәғәт фарыз һәм 2 рәкәғәт сөннәт) уҡыу. 6) Йәсиғ намаҙына тиклем ашап-эсеү.
-Тәраүих намаҙын мәсеткә барып уҡыусылар өсөн бер аҙ ашығыу кәрәк.
Ә. Ноғоманова-Ғәзизова Сибай “Тәҡүә” мәсете мөғәллимәһе әҙерләне