Найти в Дзене
Ислам? Бик шәп!

Ураҙа тотоу тейешле, фарыҙ булмаған кешеләр / Ураҙаны ҡайтарып (возместить) тотоусылар

Ураҙа тотоу тейешле, фарыҙ булмаған кешеләр:
1) Ауырлы ҡатын (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; ибн Мәжжә; Тирмиҙи; Әхмәд).
2) Бала имеҙеүсе ҡатын (Бүхари; Әбү Дәүд; Нәсәи; ибн Мәжжә; Тирмиҙи; Әхмәд).
3) Ураҙа тоторға хәленән килмәүсе өлкән кеше (2:184. Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи; Әхмәд; ибн Мәжжә).

Тәндең зәкәте – ураҙа тотоуҙыр (ибн Мәжжә) / 3

Нейроселтәр
Нейроселтәр

Ураҙа тотоу тейешле, фарыҙ булмаған кешеләр:

1) Ауырлы ҡатын (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; ибн Мәжжә; Тирмиҙи; Әхмәд).

2) Бала имеҙеүсе ҡатын (Бүхари; Әбү Дәүд; Нәсәи; ибн Мәжжә; Тирмиҙи; Әхмәд).

3) Ураҙа тоторға хәленән килмәүсе өлкән кеше (2:184. Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Тирмиҙи; Әхмәд; ибн Мәжжә).

4) Ураҙа тоторға хәленән килмәүсе ауырыу кеше (2:184. Бүхари).

5) Сәфәрҙә булыусы (мосафир) (2:184-185. Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; ибн Мәжжә; Тирмиҙи; Әхмәд).

Ураҙаны ҡайтарып (возместить) тотоусылар:

1) Күремдән таҙарынған ҡатын-ҡыҙ (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; ибн Мәжжә; Тирмиҙи; Әхмәд).

2) Бала тапҡандан һуң килгән ҡандан таҙарынған ҡатын (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; ибн Мәжжә; Тирмиҙи; Әхмәд).

3) Бала имеҙгәндән һуң (бала имеҙеү ике йыл).

4) Сәфәрҙән әйләнеп ҡайтҡандан һуң (2:184).

Иғтибар (!) Рамаҙан айында юғарылағы сәбәптәр менән тотолмай ҡалған көндәре булыусылар, иң элек ҡалған ураҙаларын тотоп бөтөрөргә тейеш, шунан һуң ғына Шәүүәл айының ураҙаһын тоторға мөмкин. Был кешеләр ураҙаны көнгә көн (ҡаҙа ураҙаһы) ҡайтара. Мәҫәлән, өс йәки ете көн күреме килгән ҡатын-ҡыҙ, Рамаҙан ураҙаһы байрамынан һуң өс йәки ете көн ҡаҙа ураҙаһын тотоп ҡуйырға тейеш.

5) Ауырыуынан һауығыусы (2:184).

6) Хәлһеҙләнгән өлкән кеше.

Иғтибар (!) Әгәр был кешеләр даими хәлһеҙ, хроник ауырыулы йәки һауығыуҙарына өмөттәре булмаһа “фидийә” (ғәфү ителеү-искупление) түләп (үәжиб ғәмәл), үҙҙәренең ураҙа тотоу бурысын юйырға тейештәр (2:184).

Фидийәнең күләме: ураҙаның утыҙ көнөнән, фитр садәҡаһынан иҫәпләп сығарыла.

Ә. Ноғоманова-Ғәзизова Сибай “Тәҡүә” мәсете мөғәллимәһе әҙерләне