Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһына йәмәғәт ярҙамы штабында “Милләт-ара тыныслыҡты һаҡлауҙа һәм Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген нығытыуҙа Башҡортостан эксперт берләшмәһенең роле” темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылына, Рәсәй Федерацияһының Террорға ҡаршы милли комитетының 20 йыллығына, Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенең 10 йыллығына, шулай уҡ Рәсәй тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһенең биш йыллығына арналды. Осрашыуҙа федераль һәм төбәк эксперттары, власть органдары, хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһының төбәк бүлексәһе ағзалары, Рәсәй тарихи йәмғиәте, Рус география йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, “Белем” Рәсәй йәмғиәте бүлексәләре вәкилдәре, республиканың фәнни һәм мәҙәни учреждениелары етәкселәре ҡатнашты. Түңәрәк өҫтәл барышында тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһында 2036 йылға тиклем дәүләт милли сәйәсәте стратегияһы положениелары нигеҙендә Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге тарафынан әҙерләнгән Башҡорто