Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резиденты булған Өфө дәүләт нефть техник университеты (ӨДНТУ) “Кадрҙар резервы” квалификацияны күтәреү программаһын әҙерләгән. Юғары уҡыу йортоноң 27 хеҙмәткәре белем камиллаштырыу курсын үткән дә инде. Ойоштороусылар үҙ алдына бер нисә бурыс ҡуйған. Беренсенән, кафедра коллективтарын юғары уҡыу йортондағы эш процестары менән ентеклерәк таныштырырға һәм үҙ-ара эш итеү алымдарын булдырырға. Икенсенән, подразделениелар эшендә үҙгәрештәргә дәртләндереү һәм уларҙы ӨДНТУ-ның үҫеш программаһы менән тап килтереү. – Университеттың мөһим бурыстарының береһе – кафедраларҙың үҙ-ара бәйләнештәрен үҫтереү. (...) Ошондай эш итеүҙе ойошторорға ярҙам итерлек майҙансыҡтар булдырырға итәбеҙ, – тип уртаҡлаша ӨДНТУ-ның фәнни һәм инновацион эштәр буйынса проректоры Денис Гулин. Беренсе төркөм уҡыуында юғары уҡыу йортоноң туғыҙ кафедраһы командаһы ҡатнашҡан. Мөдирҙәрҙән тыш, уларға һәр подразделениенан үҫеш программаларын формалаштырыуҙа ҡатнашҡан
Өфө нефть-техник университеты "Кадрҙар резервы" программаһын булдырған
17 февраля17 фев
1 мин