18 февралдә Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсының төбәк этабы сиктәрендә “Быуындарҙың көмөш сылбыры” тигән сара үтте. Тәүҙә дүртөйлөләр ҡунаҡтарҙы был тарафтарҙа урынлашҡан Әүлиә тауы менән таныштырҙы. Һуңынан саралар ауыл мәҙәниәт йорто алдында дауам итте. Унда ҡунаҡтарҙы “Иҫке Байыш ауылының барлыҡҡа килеү тарихы” тип исемләнгән театрлаштырылған тамаша менән ҡаршыланылар. Ҡыҫҡаса әйткәндә, ауылға нигеҙ һалған Байыштың яҡты донъяға ауаз һалған мәлен театрлаштырылған тамашала күрһәттеләр. Артабан “Ете егет” проекты сиктәрендә йәштәр өсөн “Байыш батыры” бәйгеһе ойошторолдо. Унда башҡорт батырҙарынан торған команда вәкилдәре милли спорт төрҙәре буйынса көс һынашты - бүрәнә этеү, уҡтан атыу, суҡмар ташлау, утын бысыу кеүек ярыштарҙа уҙышты. Мәҙәниәт йорто фойеһында “Алтын ҡулдар” проекты сиктәрендә һөнәрселәр күргәҙмәһе ойошторолған ине. Унда ауылдың уңғандары төрлө ҡул эштәрен, һүрәттәрен, тәмле ризыҡтарын күрһәтте. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә РФСФ