Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 23 февралдән 1 мартҡа тиклем осорҙо Иммунитетты һаҡлау һәм нығытыу аҙнаһы тип иғлан итте. Төп маҡсат – халыҡҡа иммунитетты һаҡлауҙың мөһимлеге һәм сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә вакцинацияның әһәмиәте тураһында мәғлүмәт биреү. Иммун системаһының тәғәйенләнеше – организмды зарарлы микроорганизмдар һәм вирустар тәьҫиренән һаҡлау, шулай уҡ организмдың контролдән сыҡҡан күҙәнәктәренән ҡурсалау. Вакцинация – кешенең ҡуҙғытҡыстар менән бәйләнешкә ингәнгә ҡәҙәр сирҙәрҙән ябай, хәүефһеҙ һәм йоғонтоло һаҡланыу ысулы. Иммунитетҡа нимә насар йоғонто яһай? Иммунитетты нығытыу беҙҙең нимә ашауыбыҙ менән туранан-тура бәйләнгән. Аҡһымлы аҙыҡ иммунитеттың антиесемдәрен барлыҡҡа килтереүсе тейешле аминокислоталар менән организмды туйындыра. Майҙар иммун күҙәнәктәре төҙөлөшө өсөн кәрәк, углеводтар иммун системаһы өсөн энергия бирә. Рациональ туҡланыу – енес, йәш, хеҙмәт үҙенсәлектәрен һәм башҡа факторҙарҙы иҫәпкә алып, сәләмәт кешеләрҙең физиологик тулы ҡиммәтле туҡланыуы тигән һ