Бөрөнән Александр Доставалов исемендәге ирекле батальондың хәрби хеҙмәткәре Владимир Яковлев МХО зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырлыҡ күрһәткән. FPV-дрондар һөжүме ваҡытында яугирҙар менән автомобиль шартлай. Яраланыуына һәм ҡабаттан һөжүм ҡурҡынысына ҡарамаҫтан, Владимир ауыр яраланған иптәшен ҡотҡара, яраһына жгут һала һәм уны хәүефһеҙ зонаға алып сыға. Күрһәткән батырлығы һәм хеҙмәттәшен ҡотҡарғаны өсөн Владимир Путин указы менән ул Суворов миҙалы менән бүләкләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, пилотһыҙ ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеү тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 122 һанына шылтыратырға йәки Белорет һәм Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондарының хәрби комиссариатына йәки +7917-453-78-03, +7937-306-58-87, +7917-040-90-56, +7937-351-16-73 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Башҡортостан яугиры дрондар һөжүме аҫтында яраланған иптәшен ҡотҡарған өсөн Суворов миҙалына лайыҡ булған
26 февраля26 фев
~1 мин