Өфө «Туристик ҡалалар» Бөтә Рәсәй премияһы финалсыларының береһе булды, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. Бындай сараларҙы ойоштороу «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты (национальный проект «Туризм и гостеприимство») маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә. Премияла ҡатнашыуға бөтәһе 70 төбәктән 387 проект тапшырылған. Исемлеккә 293 башланғыс индерелгән. Өфө түбәндәге биш номинацияла тәҡдим ителгән: «Балалар туризмы ҡалаһы», «Фәнни-популяр туризм ҡалаһы», «Туристик сувенир продукцияһы ҡалаһы», «Туризм MICE-ҡалаһы: 1 миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалалар өсөн» һәм «Креатив туризм ҡалаһы». Конкурстың финалы 26-28 февралдә Рязань өлкәһендә Касимов ҡалаһында уҙа. Сарала ҡатнашыусылар өсөн бай эшлекле программа әҙерлән. Финалсыларға үҙ проекттарын 27 февралдә яҡларға тура киләсәк. Лауреаттарҙы наградлау тантанаһы 28 февралдә үтәсәк. – Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы инфраструктураны үҙгәртеп ҡороу йәһәтенән күп башланғыстарға юл астьы. Тарихи үҙәктең туристик кодын проектлау өсөн ҡала 215 милл