Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың яҙмышы һоҡландырғыс һәм ғәжәпләндергес. Башҡортостаныбыҙ өсөн ғорурлана һәм уларға тиңләшеп ҡарарлыҡ геройҙарыбыҙ булыуы – үҙе ҙур бәхет. Йәш шайморатовсылар кластары хәрби тарихыбыҙҙы өйрәнергә теләгән балаларҙы берләштерә, республикабыҙҙың, ҙур илебеҙҙең ысын илһөйәре булырға теләй. Йәш шайморатовсы булыу – ҙур яуаплылыҡ. Яҡшы уҡырға, спорт яратырға, өҫтәмә белем алырға һәм, әлбиттә, илһөйәр булырға кәрәк. Әйткәндәй, "Шайморатов" кластарын тәүге тапҡыр 2020 йылдың көҙөндә Өфөләге 44-се һәм 162-се полилингваль күп профилле мәктәптәрҙә, шулай уҡ Р. Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназияһында булдырҙылар. Артабан ошо тәжрибә тотош республикаға таралды. “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Илһөйәрлек – ҡанымда” тип аталған конкурс бара. Унда ҡатнашҡан Өфө районының Шамонин урта мәктәбенән IХ “Б” класы – шайморатовсылар – 2022 йылдың 11 октябрендә баш ҡ