«Әкрәм Әғзәм улы таңдан алып төнгә тиклем колхозсылар араһында булды, кирза итек кейеп алып, һөрөлгән баҫыу аша йәйәү үтә ине. Күп ауыр мәсьәләләрҙе үҙенең ипле булыуы һәм кеше хәленә инә торған ябайлығы менән еңеп сыҡты»,— тип иҫкә алды уны коллегалары. Кеше ғүмере—уянып килеүсе тәбиғәтте һиҙелер-һиҙелмәс̧ кенә һыйпап үткән таң еле кеүек... Ул шул ҡәҙәр ҡыҫка, әйләнеп ҡарарға ла өлгөрмәйһең, һағыш-моңға һалып, уҙа ла китә икән... Әгәр шулай ҡыҫҡа икән, ул хайран ҡалырлыҡ гүзәл булырға, шатлыҡтарҙан ғына торорға, иҫ киткес аҫыл таштай балҡырға тейештер, моғайын. Кеше китә, ә уның эҙе ҡала... Кемдәрҙелер бик тиҙ оноталар, ә кемделер оҙаҡ иҫкә алалар. Халыҡ хәтерендә, туғандары, ҡатыны, балалары күңелендә яҡты нур булып һаҡланыусы, аҫыл таштай балҡыусы оло шәхестәребеҙҙең береһе—районыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының береһе, заманында алдынғыларҙан булған «Таналыҡ» колхозының тәүге председателе, уны оҙаҡ йылдар етәкләүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ә.Ә.Ниғмәтуллиндың тыу