Рәсәй «Белем» йәмғиәте Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҙур белем биреү циклын башлай. 16 – 28 февралдә илдең барлыҡ төбәктәрендә тематик саралар, лекциялар һәм осрашыуҙар ойошторола. Ю.А. Гагарин исемендәге Һарытау дәүләт техник университеты ректоры, тарих фәндәре докторы Сергей Наумовтың асыҡ онлайн-лекцияһы Волга буйы федераль округы өсөн төп ваҡиға буласаҡ. Ул Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ярҙамында үткәрелә. Осрашыу «Йәштәр һәм балалар» милли проектына (национальный проект «Молодежь и дети») ярашлы ойошторола. «Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар!» исемле лекцияһында билдәле тарихсы тыңлаусыларға илдең героик йылъяҙмаһына төплө экскурсия тәҡдим итәсәк. Уның барышында бөйөк полководецтарҙың стратегик ҡарарҙарына ғына түгел, ябай яугирҙәрҙең тиңһеҙ батырлығына ла айырым иғтибар биреләсәк. Сергей Наумов Ватанды һаҡлаусылар быуынының айырылғыһыҙ бәйләнешен күрһәтеү өсөн әһәмиәтле яуҙарҙы, уларҙың ролен һәм Рәсәй үҫешенә йоғонтоһон анализлауға ентекле туҡталасаҡ. Лекци